Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
25 Ғинуар 2018, 17:32

Иң мөһиме – балаларҙы яратыу

Балалар баҡсаһында эшләү – ул булмыш. Тәрбиәсе бер үк ваҡытта изгелекле лә, талапсан да, балалар менән уртаҡ тел дә таба белергә тейеш.

Һөләймән ауылының “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәйсә Әхмәт- йәнова бөтә был сифаттарға эйә. Ул бына инде 36 йыл дауамында көн һайын тәрбиәләнеүселәрен йылмайып ҡаршы ала.

Рәйсә Урал ҡыҙы үҙ өҫтөндә эшләүсе, һәр ваҡыт яҡтылыҡҡа ынтылыусы, ижади ҡарашлы педагог. Ә иң мөһиме – ул балалар-ҙы ярата. Талантлы, сабыр, ябай, компетентлы тәрбиәсе һәр ваҡыт эҙләнә, белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй, үҙенең белгәндәрен коллегалары менән ихлас уртаҡлаша.

Был кешенән яҡшылыҡ, ихласлыҡ бөркөлә һәм яңы идеялар сығып ҡына тора. Уның дәрестәре, әңгәмәләре ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле үтә. Ә иртәлектәрҙә уны ниндәй генә ролдә күрмәҫһең! Ысын артистар кеүек һәр ролде еренә еткереп башҡара, балаларҙың күңелен күтәрә, байрамға йәм өҫтәй.

Ғаилә менән эшләү – тәрбиәсе эшендә мөһим бурыстарҙың береһе. Рәйсә Урал ҡыҙы ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба белә, һәр ваҡыт уларҙың ярҙамына таянып эшләй.

Тормош иптәше Марс менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итеп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Бөгөн Рәйсә Урал ҡыҙы ике ейәненә һәм бер ейәнсәренә яратҡан, хәстәрле өләсәй.

Фаягөл ЗӘЙНЕТДИНОВА,

Һөләймән ауылының балалар баҡсаһы мөдире.