Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
15 Ғинуар 2018, 18:10

Һәләтле кеше ине

Һөләймән ауылы халҡы өсөн яңы 2018 йыл күңелле башланып китте, сөнки Зәйнетдиновтар ғаиләһенән торған “Мираҫ” ансамбле ойошторған концерт үткән байрамдарҙың иң сағыу сараларының береһе булды. Уны шулай уҡ ауылдың почетлы гражданы Баһауетдин Фәхретдин улы Зәйнетдиновтың ижадына, эшмәкәрлегенә бағышлан-ған хәтер кисәһе тип тә атарға мөмкин.

Өсөнсө ғинуарҙа үткән кисәгә ауылдың йәше-ҡарты килеүе, залда хатта баҫып торорға ла урын булмауы халыҡтың сәнғәткә битараф түгеллегенә инандыра.

Һөләймәндәр һәләтле, талантлы ауылдаштары менән хаҡлы ғорурлана ала, был йәһәттән Зәйнетдиновтар ғаиләһен генә алайыҡ. Улар Һөләймәнгә генә түгел, ә бөтә республикаға билдәле. Улар араһында – спортсылар, сәнғәт оҫталары, бәйгеләрҙә көрәшселәр, ҡумыҙҙа оҫта башҡарыусылар булып танылды. Ә Миңлеғәфүр донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы исемен алды. Зәйнетдиновтар “Шәжәрә байрамы”, ғаилә бәйгеләрендә, фольклор байрамдарында еңеүселәр булып, район, республикала танылып өлгөрҙө.

– Бер нәмә лә юҡтан бар булмай, тигән боронғолар. Бөтә уңыш сере тырышлыҡта һәм тәрбиәлә дөрөҫ йүнәлеш биреүҙә, – тине кисәне алып барыусы Һөләймән мәктәбе директоры Фәйрүзә Дусмөхәмәтова. Үҙ сығышында ул Баһауетдин Фәхретдин улының балаларға һәм туған-дарға оло йоғонтоһон, Миңлеғәфүрҙең һәләтен алдан күрә белеүен билдәләп үтте.

“Мираҫ” ансамбле сы-ғыштары шуға инандырҙы. Һәр номер алҡыштар менән оҙатылды. Айырыуса бөтә 30 ҡатнашыусының да бергәләп ҡумыҙҙа уйнауы, Энгельс Ғәлиәкбәров баш-ҡарыуында Баһауетдин Фәхретдин улы шиғырҙарына яҙылған патриотик, тыуған яҡ тураһындағы йырҙар тәьҫирләндерҙе. Шулай уҡ ҡурай, гармун, баян һәм гитара моңдары яңғыраны.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡарыуындағы ҡумыҙ көйҙәре эстетик ләззәт бирҙе. Ул шулай уҡ Яҡут Республикаһына сәфәренән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Филармония солисы Заһир Зәйнетдинов үҙенең һәр яҡлап талантлы булыуын йәнә иҫбат итте.

Эйе, барлыҡҡа килеүе менән “Мираҫ” ансамбле ниндәйҙер дәрәжәлә Баһауетдин Зәйнетдиновҡа бурыслы. Ижадтағы уңыштары менән Зәйнетдиновтар ошо кеше менән ғорурланыуҙарын, уға ҡарата һөйөүҙәрен һәм ихтирамдарын күрһәтә.

Шундай кисәлә булыуыма һәм Баһауетдин Фәхретдин улының Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса эшенең – уның күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр һәм ижад һөҙөмтәһенең мөһимлеге тураһындағы фекерем менән уртаҡлашыуыма шатмын. Ризван Хажиев уны әкиәт геройы менән сағыштырған, һәм үҙендә йәмәғәтсе, шағир, ғалим һәм лифттар ремонтлау оҫтаһы таланттарын берләштереүсе кеше тип атаған (“Ағиҙел” журналы, №8, 2014 й.).

Ҡабатлап әйтәм: уның исеме район үҙәге мәсеттәренең береһенә биреүгә лайыҡ. Баһауетдин Зәйнетдинов үҙе әйтмешләй, бөйөктәр үҙе үлгәс кенә таныла. Уның йыһанға бәйле теорияһы (фаразы) ла бәлки фән өлкәһендә танылыр. Был фәлсәфәүи китабы рус, инглиз телдәренә тәржемә ителгән.

Баһауетдин тураһында бөтәһен дә гәзит битендә яҙып бөтөрөү мөмкин түгел. Бары тик уның оло шәхес булыуын аңлатыу менән сикләнәм һәм илаһи көс тарафынан бирелгән һәләт йәшәргә хаҡлы тигән ҡарашта ҡалам.

Марат ҒАФАРОВ,

тыуған яҡты өйрәнеүсе.