Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Ғинуар 2018, 17:29

Әләгәҙҙәр йәшәй белә

Бөтә нәмә лә беҙҙең зиһенгә буйһонмай. Ләкин йылға йомғаҡ яһарға ваҡыт табырға кәрәк. Үтеп барған йылда беҙ нәмәләр эшләнек: берәүҙе генә булһа ла изгелек ҡылғанбыҙ икән – бик яҡшы. Изгелектәр ҡылырға теләк тә, ваҡыт та, илһам да юҡ икән – яуызлыҡ эшләмәһәк, был – үҙе үк яҡшы. Әләгәҙ ауылында тыуған, шунда белем алған, өй һалған һәм ныҡлы ғаилә ҡорған Салауат Камалиевтың ижади ынтылышын, йәшәү һәм ауылдаштары өсөн изге эштәр башҡарыу теләге менән яныуын билдәләп үткем килә.

Беҙҙең ауыл районка уҡыусыларына, Мәсетле районына билдәле, әлбиттә. Ләкин БЮТ каналы һәм Салауат Кирам улы ярҙамы менән беҙҙе Башҡортостан халҡы ла күрҙе, белде.

Эштән бушамауына (район үҙәгенә йөрөп эшләй) һәм ғаилә мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, уның инициативаһы буйынса 2014 йылда үҙешмәкәр артистар Оло Ҡыҙылбай һәм Октябрьск ауылдарына, “Ҡарағай” шифаханаһына концерт менән барҙы. Тамашасыларҙан яҡшы баһа алып, рәхмәт һүҙҙәре ишетеп ҡайттылар. 2015, 2017 йылдарҙа концерт менән Мәсәғүт ауылындағы балалар приютына барҙылар. Етем балалар ҡыуанышып-шатланышып ҡаршы алды уларҙы.

Ике йыл рәттән ул Әләгәҙ ауылында Йәштәр көнөн ойоштороуҙа ярҙамлашты. Унда хатта Өфөнән эстрада йондоҙҙары ла саҡырылған ине. Салауаттың инициативаһы буйынса 2015 йылда “Әй һылыуы” конкурсы үткәрелде. Ул бағыусылар тапты һәм үҙе лә аҡсалата ярҙам итте. Конкурста ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

2016 һәм 2017 йылдарҙа Салауаттың ҡатыны Лира Әғүзәр ҡыҙы һәм Әләгәҙҙән Сәриә Сәхәүетдинова “Бай баҡса” тапшырыуы геройҙарына әйләнделәр. Тамашасылар әләгәҙҙәрҙең төшөп ҡалғандарҙан түгел икәнлегенә тағы бер тапҡыр инанды: уларҙа емеш-еләк, йәшелсә баҡсалары, сәскә түтәлдәре гөрләп ултыра, ҡыш-ҡылыҡҡа әҙерләмәләр яһайҙар, аш-һыу бүлмәһендә лә оҫталар.

Йәйен беҙҙе БЮТ каналының “Эҙәрмән” программаһы менән уның алып барыусыһы Булат Кәримов килеп ҡыуандырҙы. Улар беҙҙең һыу сығанаҡтарын төшөрҙө.

Үтеп барған йылдың декабрендә Салауат Камалиевтың тырышлығы менән район һәм Башҡортостан хал-ҡы Әләгәҙ ауылы кешеләре, уның тарихы, “Мәсәғүт” совхозының әһәмиәте һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө тураһында БЮТ каналында “Үткән ғүмер” программаһы аша ҡараны.

Салауат Кирам улы быларҙа ғына туҡтап ҡалырға уйламай. Уның киләһе йылға ла уй-теләктәре күп. Етмәһә, тиҙҙән Әләгәҙ ауылының барлыҡҡа килеүенә 300 йыл тула. Уның тылы ныҡлы, ғаиләһе – ҡатыны Лира, ҡыҙҙары Вероника, Анжелика, Каролина һәм улдары Станислав һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Кеше өсөн тағы нимә кәрәк һуң? Өй төҙөлгән, баҡса ултыртылған һәм балалар үҫә. Тик хәҙер уйлағандары тормошҡа ашһын ғына.

Лидия ГОЛДИНА,

Әләгәҙ ауылы.