Шундай хәлдәр булмаһын өсөн уҡыусылар Оло Ыҡтамаҡ лицейында үткән “Тағараҡ” экологик акцияһында ҡатнашты. Башланғыс кластар уҡыусылары ҙур әүҙемлек күрһәтте. Балаларҙың эштәренән – төрлө материалдарҙан һәм формаларҙа яһалған тағараҡтарҙан күргәҙмә ойошторолдо. Улар балалар баҡсаларында урынлаштырыласаҡ, унда бәләкәстәр бик теләп ҡанатлы дуҫтарға ем һаласаҡ.