Ә инде икенселәре тормошҡа һөйөү, түҙемлелек менән ҡарап, шул ҡатмарлы юлдар-ҙы кешелек сифаттарын юғалтмай үтә.
Данлыҡлы Һөләймән ауылының тыл һәм хеҙмәт ветераны Сәмәрйә Фәйзрахман ҡыҙы Фазылова йәшәлгән-үтелгәндәрен барлай. Йәшләй генә тол ҡалған әсәйебеҙ балаларын етем итмәйем тип ғүмерен беҙгә арнаны. Бөгөн дә яҡшы кәңәштәрен биреп, шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡлашып, ныҡлы терәк булып йәшәп ята. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, әсәйебеҙҙе ҡыуандырып, ярҙам итеп, яҡшы хәбәр-ҙәр генә еткереп торабыҙ.
Нигеҙ йылыһын һаҡлаған тыуған йортобоҙға ҡасан ғына инһәк тә, бөхтә итеп йыйыштырылған, өҫтәл һый-ниғмәттән һығылып тора. Ғүмере буйы ҡара эштәр башҡарһа ла, аҡ күңелле булып ҡала белде. Донъяның тәмен тойоп, йәмен табып йәшәй белеү маһирлығы бар унда. Әсәйебеҙҙең күңеле һәр ваҡыт әлегеләй нурлы һәм түңәрәк булһын!