Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
29 Ноябрь 2017, 02:00

Бәхет – әсә янында

Ихтирамлы, балаларына бик тә ҡәҙерле әсә, өләсәй, ҡәйнә Мәс-ҡүҙә Мофазалова апайға яңғыҙы көйһөҙләнеп ултыраһы түгел.

. Ул кесе улы Азаматтың ғаиләһе менән бергә төп йортта йәшәй. Килене менән улы фермаға эшкә йөрөй, шәхси хужалыҡтарында һыйыр, тана аҫрайҙар. Әсәләре – йорт ҡото, ҡайтыуҙарына йылы өй, аш-һыу әҙер, балалары ҡараулы. Ана, 4 йәшлек Илһам һүрәт төшөрөп, көтөлмәгән ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ һорау-ҙар биреп, хәбәр һөйләп көлдөр- һә, кескәй Инсаф йәнеңде иретер-ҙәй ихлас йылмайыуы менән арбай, ялтыр башы, тешһеҙ ауыҙы ла һөйкөмлө. “Шул сабыйҙарҙы аяҡҡа баҫтырғансы йүгерәһе лә йүгерәһе, яратаһы ла яратаһы”, – ти 11 ейән-ейәнсәргә өләсәй Мәс-ҡүҙә Хәсән ҡыҙы.

Ул 1947 йылда Әбдрәхим ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ауылының 7 йыллыҡ, Ләмәҙтамаҡтың урта мәктәптәрен тамамлаған. Әсәһе Әҡлимә Иҡсанова иң яуаплы һәм ауыр эштәрҙең береһендә хеҙмәт иткән. Әсәһе өлгөһөндә ҡыҙы ла һәр эште аҙағына еткерергә өйрәнә. Ҡулына аттес-тат алыу менән ауылда ҡыҙыу эш башлана: бесән сабыу, йыйыу, августа арыш, артабан башҡа игендәрҙе һуғыу. Әхирәте Зифа менән 17 йәшлек Мәсҡүҙә лә ошо эш- тәрҙең уртаһында ҡайнай. Ҡыҙҙар-ҙың булдыҡлылығын иҫәпкә алып әхирәттәргә йәш таналарҙы беркетәләр. Бында ла һынатмай улар, район күләмендә алдынғы һауынсы тигән дан ҡаҙаналар.

Артабан Мәсҡүҙә апай сусҡасылыҡта эшләй.

Йыл һайын район күләмендә биш алдынғы малсы билдәләнә, шуларҙың береһе була ул. 20 йыл рәттән ауыл, 3 йыл район советтары депутаты булараҡ та ауылдаштарына ҙур ярҙам күрһәтә. Эштән ҡайтышлай, өй беренсә төшөп, ауылдаштарының хәлдәрен белешә. Ә күпме йәш ғаиләләрҙе тарҡалыуҙан һаҡлап ҡала абруйлы баҫалҡы ҡатын! Һүҙе үтә уның. Сөнки таянысы, һөйөклө ире Әхтәрйән Мофазалов менән татыу, матур тормоштары күптәргә өлгө була. Әхтәрйән ағай ферма мөдире ине, эшен яҡшы алып барҙы. Ирле-ҡатынлы Мофазаловтар тураһында район гәзитендә мәҡәләләр баҫылып сыҡты.

Улар иманлы, эшһөйәр балалар: ике ҡыҙ, өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Ата-әсәләре эшен дауам итеп, ауылда кәрәкле агроном, зоотехник, киң профилле механизатор, бухгалтер, тегенсе һөнәрҙәрен һайлаған балалары.

Мәсҡүҙә апай “Әсәлек даны” һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, бихисап почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән наградлан-ған. Ул XII биш йыллыҡ һәм Коммунистик хеҙмәт ударнигы, Салауат Юлаев исемендәге колхоздың атҡаҙанған колхозсыһы. Бына шулай ҙурлап оҙаттылар уны хаҡлы ялға.

Тап шул осорҙа илдә үҙгәрештәр башланып китте. Балалар эшһеҙ ҡалды. Әммә эш, аҡса юҡ, тип тормошҡа зарланып ултырманы Мофазаловтар. Мәсҡүҙә апай улы Илдус менән йорттарындағы ике баш һыйырҙы тағы ла ишәйтеп, фермерлыҡ эшенә тотондо. Улының ғаиләһенә һыйыр-ҙарҙы һауырға ике йыл ярҙам итте.

Бөгөн уның өс улы ла күпләп мал тота, етерлек бесән, фураж әҙерләйҙәр. Кәрәкле техникаһын да һатып алғандар. Хөкүмәттән ярҙам алмаһалар ҙа шулай етеш донъя көтәләр, балалар уҡыталар. Был уңыштарға тик изге әсә фатихаһы, үҙ көстәре, ныҡыш хеҙмәт менән ирешелгән. Бөтә килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре лә хужалыҡ эшендә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Ауылда фельдшер булып эшләгән килене Гөлнара уның хаҡында ҙур ихтирам менән: “Ҡәйнә түгел ул беҙгә, ә әсәй. Иң яҡшы әсәй. Өс киленен дә үҙ ҡыҙҙарылай күреп ҡабул итте. Балаларыбыҙ өсөн өҙөлөп тора. Уның күңел йылыһын, сикһеҙ ярҙамын күреп йәшәйбеҙ. Беҙ бәхетле булһаҡ – уға шул етә, бына шундай гүзәл әсә ул”, – ти.

Ожмах мөйөшөләй тыуған ауылдарында ҡалған бөтә балалары ла әленән-әле әсәләренең хәлен белешеп тора. Әсә өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме икән?!

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,

Йонос ауылы.

Фото ғаилә архивынан.