Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
27 Ноябрь 2017, 02:00

Комсомол, спортсы, активист…

Евгения Яковлевна Паначева Иглин районының Балтика ҡасабаһында күп балалы хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа. Атаһы фронтта һәләк була һәм ул оҙаҡ йылдар КПСС-тың Балаҡатай һәм Мәсетле райондары комитеты секретары булып эшләүсе бабаһы Алексей Игнатьевич Самосюк ғаиләһендә тәрбиәләнә.

Евгения туғыҙ класты Өфө ҡалаһында тамамлай, артабан Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә һәм уҡыуын шунда дауам итә. Мәктәптән һуң ҡыҙ педагогия институтына уҡырға инергә хыяллана, ләкин конкурсты үтә алмай һәм мәктәптә эшкә ҡала – 8-10-сы класс ҡыҙҙарына физкультура дәрестәрен алып бара. Йәш уҡытыусы бик аралашыусан була, бөтә уҡыусылар менән дә уртаҡ тел таба һәм мәктәпкә өйрәнеп китә. Женя күп ваҡытын элекке кеүек үк спортҡа бағышлай. Баш ҡалалағы мәктәп йылдарында ул саңғы буйынса үҫмерҙәр разрядына эйә була. Бында инде уның һәләтен география уҡытыу-сыһы Елена Швецова үҫтерә: улар икәүләп ауыл тирәләй ҡатмарлы маршрут һала.

Нәфис ҡыҙ спорт менән дуҫлығын өҙмәй. Тик йәш уҡытыусыға яҡлаусыһыҙ, үҙҙәре өсөн яңы донъя асҡан башланғыс класс уҡыусылары оҡшай. Шулай итеп, Евгения Красноуфимск педагогия училищеһына уҡырға инә. РСФСР-ҙың педучилищелары араһында Горький ҡалаһында үткән саңғы ярыштарына барғандарын яҡшы хәтерләй ул. Унда бөтәһе 64 команда ҡатнаша. Красноуфимск педагогия училищеһынан барған дүрт ҡыҙ ныҡ тулҡынлана. Ләкин улар юғалып ҡалмай һәм почетлы бишенсе урын яулай.

Свердловск ҡалаһында билдәләнгән ике йылды эшләгәндән һуң, Женя кире ҡайта. 1960 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенә башлан-ғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә алына. Бында ул хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә, артабан пенсияла ла 20 йыл эшләй. Евгения Яковлевнаның педагогик стажы – 55 йыл. Үҙ эшенең оҫтаһына 1985 йылда “Өлкән уҡытыусы” тигән исем бирелә, ә 1990 йылда мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле эше өсөн БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Евгения Паначеваны Почет грамотаһы менән бүләкләй.

Бынан тыш, ул спорт ҡаҙаныштары өсөн бик күп грамоталарға эйә. Ул – “Спорт ветераны”, ГТО-ның алтын билдәһенә эйә, шулай уҡ “Хеҙмәт ветераны”. Эшләгән йылдарында Евгения йәмәғәт эштәрен дә яуаплы һәм яратып башҡара. Оло Ыҡтамаҡ ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, “Знание” йәмғиәте рәйесе, район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы президиумы ағзаһы була, ауыл советына депутат итеп һайлана. Бына инде 31-се йыл Евгения Яковлевна 1-се лицей ветерандары советы рәйесе.

Бер нисә тиҫтә йыл ул ветерандарҙың район советы президиумы ағзаһы ла булып тора. Евгения Яковлевнаның тикшереләсәк тема буйынса һәр ваҡыт үҙ фекере бар. Уның менән эшләүе еңел һәм күңелле. Район ветерандары советы рәйесе Юрис Сафиуллин уның тураһында тик яҡшы фекерҙә.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Евгения Паначева әле лә дәртле, күңеле күтәренке, кешеләр менән аралашып йәшәргә ярата. 80 йәштән уҙып киткән Евгенияның көнө һалҡын һыу менән ҡойоноу-ҙан башлана, ул йөҙөү менән шөғөлләнә, ҡышын саңғыға баҫа. “Спорт миңә йыйнаҡ булырға, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, физик һәм рухи һаулыҡты нығыта”, – ти Евгения Яковлевна.

Ошо көндәрҙә ветерандың тормошонда шатлыҡлы ваҡиға булды: БР ветерандар хәрәкәтенең 30 йыллығы айҡанлы уға Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы Почет грамотаһын тапшырҙылар.

Венера ШӘЙХИСЛАМОВА,

педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғарифалдынғыһы.