Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
20 Ноябрь 2017, 02:00

Тылсымлы ҡулдар

Балаларҙың теш табибы һөнәрен һайлағандар үҙҙәрен иң изге эшкә – кеше һаулығын ҡайғыртыуға бағышлай. Эльвира Ҡушанова шундайҙарҙың береһе. Әләгәҙ ауылында Ҡушановтар ғаиләһе күптәргә өлгө булырҙай. Ауылдаштар, класташтар булған Сажиҙә һәм Рәшиттә һөйөү хистәре ҡабына, йәштәр туй яһап өйләнешә. Улар тырышып эшләй, матур итеп донъя көтә. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, ҡыҙҙары Эльвира донъяға килә. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Эльвира ла бәләкәйҙән ата-әсәһенә оҡшап уңған, аҡыллы ҡыҙ булып үҫә. Эльвира 1989 йылда Әләгәҙ мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына медицина училищеһына уҡыр-ға инә. Ҡулына стоматолог дипломы алған Эльвираны эшкә ҡалырға саҡыралар, ләкин уны тыуған яғы, ата-әсәһе үҙенә тарта. Уңған ҡыҙ ҡайтыу менән Әләгәҙ ауылы дауаханаһында эш башлай. Шунда арыу-талыуҙы белмәй, үҙ һөнәренә тоғро булып, 2009 йылға тиклем хеҙмәт итә. Шул уҡ йылды Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына балаларҙың теш табибы булып эшен дауам итә. – Бына оҙаҡламай яратҡан һөнәремде һайлағанға 25 йыл була, – ти Эльвира Рәшит ҡыҙы. Шул йылдар дауамында был тылсымлы ҡулдар күпме балаға шатлыҡ нурҙары, йылмайыу бүләк иткән… Эльвира Рәшит ҡыҙының эше яуап-лы һәм ҡатмарлы. Ул хәстәрле, ихлас, алсаҡ һәм һәр балаға үҙенең йылы һүҙен йәлләмәй. Ата-әсәләрҙе иғтибар менән тыңларға, кәңәштәре менән ярҙам итергә, дәртләндереп ебәрергә әҙер. Тештәренә зарланып килгән йәш пациенттар бында тән дауаһы ғына түгел, ә күңелдәрен дә тынысландырып, ҡәнәғәт булып ҡайта. Эльвира Ҡушанова бәхетле әсә лә. Уның ҡыҙы Дилиә 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейында уҡып йөрөй. Шуға күрә лә һәр ата-әсәгә үҙ балаһы иң гәзизе булыуын теш табибы яҡшы аңлай. Ғәлиә МӨБӘРӘКШИНА, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.