Мәсетле тормошо
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Октябрь 2017, 02:00
Ҡартаямы ни һуң йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла?!
Календарҙа бик матур бер дата бар, ул – 1 октябрь. Был көндө беҙ иң ғәзиз, иң аҡыллы, иң һоҡланғыс кешеләрҙе – оло йәштәге ата-әсәләребеҙҙе, олатай һәм өләсәйҙәребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ. Улар беҙҙән бүләк көтмәй, иң мөһиме – иғтибар һәм күңел йылыһы булһын. Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан барлыҡ ауылдарҙа ла тиерлек өлкәндәргә арналған байрамдар уҙҙы. Штаттан тыш әүҙем хәбәрселәребеҙ ебәргән хаттар нәҡ шул турала һөйләй. Әжекәй 30 сентябрҙә Әжекәй ауыл клубында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған кисә үтте. Ҡотлау һүҙҙәре менән сараны мәктәп директоры, ауыл биләмәһе депутаты Альберт Солтанов асты. Уҡыу- сылар матур итеп концерт ҡуйҙы. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың әүҙем кешеләре Гөлнәзирә Әсбапова, Ғәлиә Йосопова, Фирҙәүес Баһауетдинова, Ғәлиә Сибәғәтуллина, Риза Ғәлимов үҙ сығыштары менән байрамды йәнләндереп ебәрҙе. Ололар көнөнә арналған сара барыһының да күңеленә хуш килде, бик күңелле булды. Пенсионерҙар ошондай күркәм кисә өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Р. Р. Ғәләүетдиновҡа, Әжекәй мәктәбе директоры А. Р. Солтановҡа, даими бағыусыбыҙ Гөлнара Кинйәбаеваға рәхмәтле. Алиса ШӘЙҘУЛЛИНА,Әжекәй клубының мәҙәни сараларын ойоштороусыһы. Әбдрәхим Ғүмер көҙө! Үткән тормош юлын барлау, эшләнгән изгелектәр, тормош юлына аяҡ баҫҡан улдар, ҡыҙҙар, һөйөндөрөп донъяға килгән ейән-ейәнсәрҙәр, тормош дауамында тупланған аҡыл. Барыһы ла бар ғүмер көҙөндә. Беҙ йыл һайын көҙҙөң матур көндәренең береһендә ауылыбыҙҙың хөрмәтле оло йәштәге кешеләрен ҡунаҡ итәбеҙ. Олпат ағай һәм апайҙар йөҙҙәрендә йылмайыу менән киләләр клубҡа. Һәр бер хужабикә күстәнәс тотоп килде. Эшҡыуарҙар Гөлбикә менән Клим Нуриевтар, Гөлнара менән Илдус Мофазаловтар, Әминә Шафиҡова, ауылыбыҙҙың абруйлы хеҙмәт ветераны Тәскирә Зиннәтуллина бағыусылар булдылар. Табыныбыҙ тәм-томдан һығылып торҙо. Ләйлә Ғәүнетдинова, Римма Ғәҙелшина, Гөлнара Ғилметдинова, Сәриә Таһирова ҡорбан итенән тәмле итеп аш бешерҙеләр. Байрамға килеүселәргә ҡотлау һүҙҙәрен клуб мөдире Сәриә Таһирова, китапханасы Гөлфиә Фәтҡуллина, ауыл старостаһы Фларида Ғәҙелшина, Дамир Ғәҙелшин әйттеләр. Ҡорбан ашына Байрамбикә апай Нәбиуллина доға ҡылғандан һуң, аш ашап, сәй эселде. Килгән һәр бер кеше хаҡында һөйләп сәскәләр бирелде, музыкаль ҡотлауҙар булды. Урал Нурғәлин ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаны. Миңлебикә Айсина, Фларида Ғәҙелшина, Гөлфиә Фәтҡуллина, Сәриә Таһирова, Ләйлә Ғәүнетдинова башҡарыуындағы йырҙар байрамға йәм өҫтәне. Байрамыбыҙ күмәк бейеү менән тамамланды. Килгән ҡунаҡтар, рәхмәттәр әйтеп, киләһе йылға ла осрашырға яҙһын, тип таралышты. Сәриә ТАҺИРОВА, Әбдрәхим ауыл клубы мөдире. Ләмәҙтамаҡ Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө – ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар. Көҙҙөң матур бер мәлендә Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтте лә китте, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә бер үк һүрелмәһен. Ошо көндәрҙә Ләмәҙтамаҡ ауылының урта мәктәбендә клуб эшсәндәре менән берлектә ойошторолған кисә Оло йәштәгеләр көнөнә арналды. Унда апай-ағайҙарыбыҙ, йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, йылдар буйлап сәйәхәт ҡылдылар. Йылдар пәрҙәһен һүтеп, хәтерләүҙәр, йыр-моң аша, хыялда ғына булһа ла беҙ үткәндәргә әйләнеп ҡайттыҡ. Ваҡыт – аҡҡан һыу, нисек кенә теләһәк тә, шул уҡ хистәрҙе, бер үк ваҡиғаларҙы яңынан йәшәп булмай… Шуныһы менән ғүмер ҡәҙерле лә инде. Кисәлә шулай уҡ юбилярҙар исеменә ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Кисәбеҙ һуңында хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы тағын берҙе ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлап, ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләп хушлаштыҡ. Илгизә ЛОҠМАНОВА, китапханасы.
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы