Дарыу үләндәре иленә сәйәхәт
Район китапханалары араһында үткән “Тәбиғәт һағына баҫ!” марафоны сиктәрендә Тайыш, Йонос, Әбдрәхим филиалдары “Дарыу үләндәре иленә сәйәхәт” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә әҙерләне. Сәриә ТАҺИРОВА, Әбдрәхим ауылы клубы мөдире. Сараны ҡотлау һүҙҙәре менән Йонос ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин асты. Кисә барышында тәбиғәткә, дарыу үләндәренә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында һәр бер файҙалы үлән булып кейенгән уҡыусылар шиғырҙар һөйләне. Зөлфиә Ғәйфуллинаның, Ралина Мөхәмәтованың, Урал Нурғәлиндың йырҙары, Тайыш ауылының “Ынйылар” фольклор төркөмө таҡмаҡтары тамашасылар күңеленә хуш килде. Ралина Нуретдинова – “Ҡурай”, Ралина Мөхәмәтова, Ралина Нуретдинова, Нәргизә Ғилметдинова, Әлиә Хафизова “Ромашкалар” бейеүҙәрен бик оҫта башҡарҙы. Гөлсирә Шафиҡова һәм Сәриә Таһирова Экология йылына арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тамашасыларға төрлө конкурстар әҙерләнгән ине: викторина һорауҙарына яуап бир-ҙеләр, файҙалы үләндәрҙе танынылар, сәйҙең ниндәй үләндән әҙерләнгәнен әйттеләр, йомаҡ ҡойҙолар. Шулай уҡ китаптар, файҙалы үләндәр күргәҙмәһе ойошторолған ине. Берҙәмлектә – көс, тигәндәй, бергәләп әҙерләгән кисәбеҙ бик йөкмәткеле һәм матур килеп сыҡты. Ошо фәһемле кисәне үткәреүҙә ярҙам иткәндәргә – Тайыш китапханасыһы Миләүшә Мостафинаға, Йонос китапханасыһы Нәсимә Лотфуллинаға, Айып клубы етәксеһе Урал Нурғәлин-ға, шулай уҡ Зәлифә Ғәлимоваға, Рәмилә Вәхитоваға, Рәмиҙә Хужинаға, Дания Вәлиеваға, Гөлсирә Шафиҡоваға, Зифа Сәлмәноваға, Гөлфайза Дусмөхәмәтоваға, Айнур Байымовҡа, Рита Нуретдиноваға, Ләйлә Ғәүнетдиноваға, жюри ағзаларына һәм тамашасыларға яратҡан гәзитебеҙ аша рәхмәт белдерәбеҙ. Халыҡ күңелен күтәреп, рухи байлыҡтар өләшеп, бер-ҙәм булып йәшәйек, эшләйек, ауылдаштар, коллегалар!