Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
15 Сентябрь 2017, 02:00

Ирәмәлгә күтәрелеү

Йәй үҙенең хуш еҫле аллы-гөллө сәскәләре, еләктәре, күңелле көндәре, мажаралы сәйәхәттәре менән артта ҡалды. Анзалита МУСИНА,Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры. Балалар тәьҫораттарын иншаларында сағылдырып, тағы бер тапҡыр уйҙарында шул көндәргә әйләнеп ҡайта. Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең ун беренсе синыфы, синыф етәксеһе Рәҡибә Хөснуллина һәм бер төркөм уҡытыусылар был йәйҙе оҙаҡ иҫләр, моғайын. Август айының сыуаҡ көндәренең береһендә уларға Көньяҡ Уралда ҙурлығы буйынса икенсе бейеклек, Башҡортостан Республикаһы Белорет районының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Ирәмәл тауына барыу бәхете тейҙе. Был ябай ғына сәйәхәт түгел, ә бер төркөм туристарҙың тәбиғи ҡаршылыҡтарҙы, үҙ-үҙеңде еңеүгә, сыҙамлыҡҡа, дуҫлыҡ, татыулыҡ мөнәсәбәттәренең ныҡлығын иҫбат- лауға һынау ҙа булып торҙо. Ирәмәлдең бейеклеге 1582,3 метр. Түбәләрҙең үҙҙәре ғәйәт эре-эре ғәжәп, әммә бер бөтөндө хасил иткән таштарҙан тора. Тәбиғәт бында матур, бөтөнләй тейелмәгән тиерлек. Тауҙың исеме беҙгә бик боронғо замандарҙан килгән. Был ерҙәргә килеп урынлашҡан төрөктәр (хәҙерге баш-ҡорттарҙың боронғо нәҫелдәре) уны шулай атаған. Боронғо төрөк теленән тәржемә иткәндә “Ирәмәл” “кешегә көс бирә торған ер” тигәнде аңлата, ә уның итәгендә урынлаш-ҡан ауылдың исеме – Теләк. Ошо ауыл менән Ирәмәлдең күрше булыуынан килеп сыҡҡан да инде “тау түбәһендә теләгән һәр теләк ҡабул була” тигән легенда. Кешеләр Ирәмәл битләүенән башланған йылғаларҙағы һыуҙы мөғжизәле үҙенсәлеккә эйә, кешегә көс бирә, сирлеләрҙе һауыҡтыра тип иҫәпләгән (һәм һаман да шулай тип иҫәпләй). Беҙ килгәндә көн салт аяҙ, наҙлап ҡына ҡояш йылыта, күк йөҙөндә болот әҫәре юҡ ине. Тик бында һауа торошо ярты сәғәт эсендә үҙгәреүе ихтимал. Әле генә ҡояш ҡыҙҙыр-һа, ҡапыл ҡайҙандыр килеп сыҡҡан болот үҙе менән ҡойма ямғыр килтерә. Ә ямғыр, нисек кинәт башланһа, шулай уҡ шып туҡтарға мөмкин. Силәбе өлкәһенең Теләк ауылынан арҡаларға үҙебеҙҙән аша күренеп торған рюкзактарҙы йөкләп, 14 километр тауға үрләү артыҡ ауырлыҡ тойғоһо ҡалдырманы, ләкин был бик еңел дә булманы. Тау түбәһенә еткәнсе дүрт климат зонаһын үтергә кәрәк: уртаса бүлкәттең урманлы зонаһын урманлы дала һәм тайга алмаштыра, ә тау түбәһендә субарктик климаттың Альп зонаһы йәйрәп ята. Тирә-яҡта үҫемлектәрҙең, ағастарҙың бер-береһен яйлап алмаштырыуы, осрап торған шишмәләре күңелдә иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдыра, аяҡ аҫтындағы өйкөм-өйкөм эреле-ваҡлы таштар, ураланып ятҡан ағас тамырҙары, таш йылғалары тәьҫораттарға бирелеп онотолоп китергә ирек бирмәй, һәр саҡ уяу, иғтибарлы булырға кәрәклеген иҫкәртә. Ирәмәлдең түбәһенә менеп еткәс, беҙ күҙ алдында йәйрәп ятҡан киңлектәргә һәм хозурлыҡтан телһеҙ ҡалдыҡ! Беҙҙең поход бушҡа булмаған. Тирә-яҡты уратып алған урман-тауҙарҙың илаһи күренешенә, боронғолоҡ, тәрән аҡыл, быуаттар буйы тупланған тәжрибә аңҡылыуына һоҡландыҡ. Рәҡибә Хөснуллина бындай артылыштарҙы тәүләп үтмәй. Ул балаларға алдан уҡ кәңәштәрен биреп, уларҙың бер аҙымын да күҙ уңынан ысҡындырмай, тәбиғәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтә. Ә был эҙһеҙ үтмәй: арҡаларындағы ауыр йөктәренә ҡарамаҫтан, уҡыусылар һаҡ, иғтибарлы, уяу ине, көслөрәктәре көсһөҙөрәктәренә ярҙам итте. Һөҙөмтәлә поход ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле булды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡуйылған маҡсаттарына иреште.Был маршрут уларҙың тормошонда һуңғыһы булмаһын. мин уларҙың барыһына ла сәләмәтлек, яңынан-яңы үрҙәргә артылыуҙарын һәм уҡыу- ҙарында уңыштар теләйем.