Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
15 Сентябрь 2017, 02:00

Ауыл менән байрам иттек

Ишәле клубында Ҡорбан ғәйетен уҙғарҙылар. Рәзифә ӘСМӘНДИӘРОВА,Ишәле ауылы. Сараға бөтә ауыл халҡы йыйылды. Бер юлы өс ғаилә – Бәҙретдиновтар, Ғәлимовтар, Фәрхетдиновтар ҡорбан салды. Был байрамға ишәлеләр алдан әҙерләнде: ауыл зыяратын, ҡәберҙәрҙе рәтләнеләр, зыярат эсендәге үләнде Фларис Баймөхәмәтов менән Тимерғәзи Фәрхетдинов сапты, йығылған ҡарт ағас- тарҙан таҙарттылар. Билдәләнгән сәғәткә ауыл халҡы клуб-ҡа йыйылды. Теләш ауыл мәсете муллаһы Фәрит Хафизов Ҡорбан ғәйете тураһында һөйләне, ҡорбанлыҡ атап салынған кешеләргә именлек теләп доға уҡыны. Байрамға Фәниә Тәхәүетдинова ла үҙ өлөшөн индерҙе. Ул хуш еҫле икмәк бешереп алып килгәйне. Клуб мөдире Резеда Ғәлимова барыһын да байрам менән ҡотланы һәм быйыл йорт тирәләрен тәртипкә килтергән, баҡсаларында сәскәләр үҫтереп ауылға йәм өҫтәгән кешеләргә бүләктәр тапшырҙы. Ҡорбан ашын ике ҡаҙанда бешергәйнек. Олоһо ла, кесеһе лә – барыһы бергә ҡорбан ашын ҙур теләк менән ауыҙ итте. Байрам матур үтте.