Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
22 Ғинуар 2017, 02:00

АМАНАТ

Минең “туғаным”, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бик күп орден һәм миҙалдар кавалеры Балахонцев Сергей ағай-ҙы үҙе ҡасандыр тыуған Сальевка ауылында түгел, ә Оло Ыҡтамаҡта туғандары ҡәҙерләп күмде. Үлер алдынан ул үҙе шундай васыят әйтеп ҡалдыр-ған.

Минең “туғаным”, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бик күп орден һәм миҙалдар кавалеры Балахонцев Сергей ағай-ҙы үҙе ҡасандыр тыуған Сальевка ауылында түгел, ә Оло Ыҡтамаҡта туғандары ҡәҙерләп күмде. Үлер алдынан ул үҙе шундай васыят әйтеп ҡалдыр-ған.

Беҙ уның менән 80-се йылдар башында тәүләп таныш-ҡайныҡ. Ҡыҫҡаһы, ул үҙе килеп тапты мине. 1979 йылда мине “Коммунист” район гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр.



– Гәзиттән һинең фамилияңды уҡып, “беҙҙең егет”, тип уйланым, – тине ул. – Мин бит һинең кеүек уҡ “Бор-ғатъяныҡы”. Һәр хәлдә мин үҙем шулай уйлайым.
Шунда ул ҡыҙыҡ бер тарихи ваҡиғаны һөйләне. Был ваҡиғаны минең оноторға хаҡым юҡ.
Сергей ағай үткән быуат башында Сальевка ауылында тимерсе ғаиләһендә тыуған.
– Һинең ҡарт олатайың Ғәләүетдиновтың алты улы: Шәйхетдин (һинең олатайың), Ислам, Риза, Мәүләүей (минең менән бер йылғы), Мирғәле, Ҡотдос һәм Маһиямал, Зөһрә исемле ҡыҙҙары бар ине. Ғәләүетдин күпләп мал аҫраны, мул иген үҫтерҙе, ләкин ситтән кеше ялламаны. Сөнки бар эште ошо малай һәм ҡыҙҙар ярҙамында башҡарҙы. Ә малай-ҙары уның һәр береһе көслө, таҙа, оҙон буйлы булды. Улар барыһы ла зәңгәр күҙле бул- ғанға “шағыр” атамаһы алды.
Минең атайым Ғәләүетдин менән элек-электән бик дуҫ булды, улар әленән-әле осраша торғайны, сөнки Борғатъя менән Сальевка араһы – ни бары 5-6 саҡрым.
Бер осрашыуҙа улар мине һәм Ғәләүетдиндең бер улын аманат итергә ҡарар итте.
Аманат – ул берәй шартты үтәү, вәғәҙәне боҙоуға юл ҡуймау маҡсаты менән ҡаршы тарафтан алынған тотҡон йәки ҡиммәтле нәмә. Был маҡсатта Ғәләүетдиндең иң шуҡ, техниканы яратыусы улы Мәүләүей һәм мин аманатта булып һайландыҡ. Мәүләүей атайымда тимерсе һөнәрен, ә мин Ғәләүетдиндә тирмән эштәрен, сана, арба яһау серҙәрен өйрәнергә тейеш булдыҡ.
Ул саҡта Борғатъяла өс быуа булып, уларҙа өс тирмән эшләне. Һәм ошо тирмәндәргә күп ауылдан халыҡ сират тороп он тарттырҙы, сөнки ондоң сифаты бик яҡшы ине. Ә Ғәләүетдин ошо өс тирмәндең береһенә хужа булып торҙо.
Бынан тыш, Борғатъяла дегет ҡайнатыу, арба, сана яһау, йүкәнән арҡан ишеү менән күпләп шөғөлләнделәр. Ә дуға, туғым бөгөү менән ауылдағы ике махсус мейестә һәр ғаилә үҙе шөғөлләнде.
Бөтә был эштәрҙе атҡарыу-ҙа Сергей ағай Ғәләүетдин һәм уның улдары менән шөғөлләнеп, ҙур тәжрибә туплаған. Шуға ла уның тураһында күршеләре “бөтә яҡлап оҫта ҡуллы кеше”, тип фекер йөрөттө.
Ғәләүетдин бик дини кеше ине һәм ул ауыл мәсетендә мәзингә йөкмәтелгән талаптарҙы бик теләп башҡарған.
Шул уҡ ваҡытта Ғәләүетдин үтә лә ҡыҙыу, үҙ һүҙле, деспот холоҡло булған. Аҙ ғына ғәйеп өсөн дә ҡайышына тотонған. Хәйер, ул саҡта бөтә ғаиләләр-ҙә атай авторитеты тап шул ҡайыш арҡаһында юғары булған. Күп йорттарҙа өрлөктә сыйғыр сыбыҡ йәки ҡамсы эленеп торған.
– Аманат һәр ауылда ҡағыл-ғыһыҙ кеше һаналды. Һәр кем уны урап үтергә, ярҙам итергә тейеш булды. Аманатты һәр кем яҡланы, ҡул түгел, һүҙ ҙә тейҙермәне.
– Ҡарт олатайыңдың ҡы-ҙыулығы, дыуамаллығы ар-ҡаһында көлкөлө хәлдәр ҙә булғыланы. Хәтерләйем, таң һарыһы менән тороп яланға сығырға әҙерләнәбеҙ, ләкин төрлө сәбәп менән ҡапҡанан сыға алмайбыҙ. Йә тегеһе, йә быныһы юҡ. Ә ҡарт ҡоторғандан-ҡотора. Бына оло ҡарт өләсәйең сығып арбаға ултырыуы булды, юлға сығабыҙ.
2-3 саҡрым үтеүгә, ҡарт өләсәйең туҡтата, баҡһаң, бишектәге бала өйҙә бер үҙе тороп ҡалған. Ҡарт арбаһын кирегә борманы, ҡамсыһы менән ҡарт өләсәйеңдең арҡаһына тамыҙып, баланы килтерергә ҡушты. Баланы бишеге менән арбаға килтереп һалғас ҡына, ары киттек.
Хәйер, ул саҡта ҡамсы һыҙғырыуы һәр йортта ишетелә торғайны. Мәҫәлән, йорт хужаһына ваҡытында ҡапҡа асмаған өсөн ғәйепле үҙенә тигән ҡамсыны алмай ҡалманы. Ғөмүмән, ҡапҡа асмаған өсөн ҡамсы тәмен урыҫ ауылында ла, башҡорт ғаиләһендә лә бер-ҙәй татый торғайнылар.
Үтә ҡыҙыулығы арҡаһында Ғәләүетдин әллә лобогрейка, әллә ашлыҡ һуҡҡыс барабанына аяғын тығып һындыра. Һөҙөмтәлә Табасҡы дауаханаһында аяғын киҫкәс, ул артабан ағас аяҡта йөрөргә мәжбүр була.
Ғәләүетдиндең улдары менән бөтә ғүмерем буйы дуҫ булдым. Һинең олатайың Шәйхетдин бейәләй кеймәне. Кем бейәләй кейә, тимәк, йүнле эшсе түгел, тип иҫәпләне. Мин дә бик йәшләй уның кеүек бейәләйһеҙ эшләнем, әле лә ниндәй генә һалҡын булмаһын, бейәләй кейгәнем юҡ, – тип хәтерләй торғайны Сергей ағай.
Сергей ағай минең бөтә туғандарымдың исемен, яҙмышын белә булып сыҡты.
– Ике йыл йәшәнем мин Борғатъяла, – тип дауам итте ул. – Башҡортса һөйләшергә өйрәндем. Мәүләүей ҙә Сальевкала ике йыл йәшәне. Ғәләүетдин ниндәй генә дыуамал, ҡыҙыу булмаһын миңә бер тап-ҡыр ҙа ҡул күтәрмәне, ауыр һүҙ әйтмәне. Ул мине һәр саҡ эргәһендә ултыртып, иң тәмле ризыҡты миңә һондо. Шул уҡ ваҡытта эш барышында бер кемде лә иркәләп, йәлләп торманы. Шуға ла беҙ һәр эште еренә еткереп башҡарҙыҡ, күп нәмәгә өйрәндек. Бының өсөн ҡарт олатайыңа ҙур рәхмәтлемен. Күп нәмәгә өйрәтте ул мине.
– Ә Мәүләүей? Уны рән-йетмәнеләрме?
– Ниндәй рәнйетеү бул-һын! Ул да беҙҙең өйҙә иң түрҙә ултырҙы, иң тәмле ризыҡты ла уға бирергә тырыштылар.
Мәүләүей ҙә, ҡарт олатай-ҙың башҡа улдары ла Сергей ағайҙы, ә Сергей ағай уларҙы “туған” тип атап йөрөткән.
Мәүләүей бабай ысынлап та аҙаҡ оҫта тимерсе булып танылған. Ике ҡарт та үлә-үлгәнсе бер-береһен ихтирам иткән, йыш аралашҡан. Хәҙер икеһе лә ер ҡуйынында. Ләкин уларҙың дуҫлығы, туғанлығы күптәрҙе хайран ҡалдыра.
Уларҙың аталары педагогика фәне барлығын ишетеп тә белмәгән, ләкин балаларын нисек тәрбиәләргә, ике халыҡ араһындағы дуҫлыҡты нығытырға, хөрмәт итергә үҙ өлөшөн индергән.
1917 йылғы революция ауыл-ға ҙур үҙгәрештәр индергән. Совет власы үҙенең урағын аяуһыҙ балта итеп, быуаттар буйына халыҡ күңелендә туп-ланған мәҙәни байлығын тураҡлауҙы, ябай халыҡ араһында синфи көрәш ойоштороуҙы беренсе бурыс итеп ҡуя.
Был үҙгәрештәр Ғәләүетдин ғаиләһен дә урап үтмәй. Ғаилә, башҡалар кеүек үк, “аҡтар”, “ҡыҙылдар”ға бүленә. Балаларҙың ҡайһы бере кулак атаһы өсөн ғүмер буйы ыҙа сигә, икенселәре Ғәләүетдин иртән-кис ҡысҡырған мәсет манараһын ергә түңкәреүгә беренселәрҙән булып тотона.
Илебеҙ һағында…
Ғәләүетдиндең ата-бабаһы, балалары, ейәндәре традиция буйынса Ватанды һаҡлауҙы үҙенең иң изге бурысы итеп һанаған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғәләүетдиндең дүрт улы хеҙмәт армияһында фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Уның ҡыҙҙары, килендәре, үҫеп килгән ейәндәре тылда арымай-талмай эшләй.
Ғәләүетдиндең ҡыҙы Зөһрә һуғыш йылдарында, һуғыш бөткәс тә оҙаҡ йылдар тракторҙа эшләне. Ике улы: I Бөтә донъя һуғышында ҡатнашыусы 45 йәше яңы тулған Шәйхетдин олатайым һәм Мирғәле исемле улы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Минең атайым, 1921 йылғы Сәләх Шәйхетдин улы, фронтҡа 1941 йылда алына, Берлинғаса барып етә, ике тапҡыр ауыр яралана. Һуғыштан тик 1946 йылдың декабрендә генә ҡайтып төшә. Уның әсәһе 1945 йылдың июнендә 45 йәшендә, өс бәләкәй балаһын ҡалдырып, үлеп ҡала.
Туғандар өс баланы атайым һуғыштан ҡайтҡансы ҡарай.
Бөгөн ҡарт олатайым Ғәләүетдиндең 300-ҙән ашыу ейәне, бүләһе илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә хеҙмәт итә, йәшәй. Улар араһында билдәле, дан ҡаҙанған кешеләр күп. Яҙмыштары уларҙың төрлөсә, ләкин тыуған ере бер.
Ә иң мөһиме – беҙ бөгөн “аҡтар”, “ҡыҙылдар”ға бүленмәйбеҙ. Бер саҡырыу менән ҡарт олатайымдың ейәндәре-ейәнсәрҙәре, бүләләре, улар-ҙың балалары бер ғаилә булып шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә кисерәбеҙ.

I Бөтә һәм Бөйөк Ватан
һуғышы ветераны, 1897
йылғы олатайым
Шәйхетдин Ғәләүетдинов
госпиталдә һауығып
сыҡҡас (1917 йыл).


1921 йылғы атайым Сәләх
Шәйхетдин улы, Галле ҡалаһы
(1945 йылдың 18 декабре).
Зыял ШӘЙХЕТДИНОВ