Һарыҡ йөнөнөң үҙенсәлектәре боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Мәҫәлән, йөн йылылыҡты көйләүсе булып хеҙмәт итә: ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылыны сығармай, ә йәй һауа әйләнеше һөҙөмтәһендә тәнгә тын алырға мөмкинлек бирә.
Йөн дымды 40 процентҡа тиклем тота ала, шул уҡ ваҡытта ҡоро ҡала. Йөн аша үткән һауа үҙе менән саң һәм бысраҡ өлөшсәләрен алып сыға, ул дауалау үҙенсәлектәренә эйә, бигерәк тә ревматизм һыҙланыуҙары, артрит, артроз, һалҡын тейеү һәм елһенеү ваҡытында. Бынан тыш, һарыҡ йөнө ҡан әйләнешен яҡшырта, тынысландыра.
Тәбиғилеге арҡаһында аллергия тыуҙырмай, өҫтәүенә, йөн еҫе аллергия реакцияларын бөтөрә һәм ҡан эскес бөжәктәрҙе ҡурҡыта.
Буялмаған, минималь эшкәртелгән һарыҡ йөнө иң ҡиммәтле үҙенсәлектәргә эйә.
Был файҙалы сеймалға арналған сарала Ләмәҙтамаҡ, Яңы Яуыш, Иҫке Мишәр, Һөләймән һәм Теләш ауылдарынан халыҡ оҫталары һәм ижади коллективтар йыйылды.
Клуб залы тәбиғи йөндән эшләнгән әйберҙәрҙең сағыу экспозицияһына әүерелде. Экспонаттар араһында муйынса һәм түбәтәй кеүек традицион кейемдең декоратив элементтары, шулай уҡ ҡулдан баҫылған йылы быймалар ҡуйылды. Йөн эшкәртеүҙең традицион сәнғәте буйынса интерактив дәрестәр айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте: оҫталар Регина Ғиниәтуллина менән Зилиә Йосопова кейеҙ баҫыу һәм нәфис тамбурлы сигеү буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Сараны асыу тантанаһын “Әхирәттәр” халыҡ ансамбленең сығышы биҙәне. Ҡатнашыусылар тамашасыларға “Кис ултырыу” тигән сағыу тамаша бүләк итте. Унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион ҡул эштәре башҡарыу күренеше күңелле әңгәмә һәм өй усағы йылыһы мөхитендә сәхнәләштерелде.
Кисәнең төп интригаһы оҫталыҡ конкурсында йәйелдерелде. Һәр команда традицион һөнәрҙә ярышты, йөндө ҡул менән эшкәртеү оҫталығын күрһәтте. Иҫәп дүрт төп категория буйынса барҙы: йөн тетеү, еп эрләү, бәйләү һәм ойоҡ ямау. Һөҙөмтәләр ҡатнашыусыларҙың юғары профессионаллек кимәлен күрһәтте: шәхси иҫәптә беренсе урынды Лилиә Дәүләтшина (йөн тетеү, Теләш ауылы, икенсе һүрәттә һулдан беренсе), Гөлнәзирә Әхмәҙуллина (эрләү, Ҡотош ауылы), Нажиә Рәдимова (бәйләү, Тәкә ауылы) һәм Рита Ҡотлоева (ойоҡ ямау, Ҡотош ауылы) яуланы.
Дөйөм иҫәп һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө булып Яңы Яуыш клубынан ҡатнашыусылар финишҡа сыҡты, көмөш миҙалға турнир хужалары – Теләш күп функциялы клуб системаһының йыйылма командаһы лайыҡ булды, ә Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе командаһы (беренсе һүрәттә) еңеүсе тип танылды.
Сара район халҡы араһында ыңғай ҡараш һәм хуплау тапты. Фестиваль ата-бабаларҙың ҡиммәтле белемен, оҫталығын һаҡлап ҡалырға тейеш.
Был ваҡиға башҡорт халҡының уникаль мираҫын һаҡлауҙың мөһимлеген күрһәтә.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.