Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
11 Ноябрь 2025, 10:15

“Ҡомартҡы – мираҫ”тан мираҫ булдырып

Мәсетле районында “Ҡомартҡы – мираҫ” проекты дауам итә

“Ҡомартҡы – мираҫ”тан мираҫ булдырып
“Ҡомартҡы – мираҫ”тан мираҫ булдырып

Мәсетле районында башҡорт халҡының тамбурлы сигеү сәнғәтенең матурлығын һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән яҡшы башланғыс дауам итә. Мәҙәни башланғыстар президент фонды тарафынан хупланған “Ҡомартҡы – мираҫ” ҡул эштәре клубы” проекты был боронғо ҡул эше оҫталығын үҙләштерергә теләүселәр өсөн үҙ ишектәрен асты.
Проект сиктәрендә күсмә оҫталыҡ дәрестәре циклы старт алды. Клуб оҫталары ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында белемдәре менән уртаҡлашыу һәм күнекмәләргә өйрәтеү маҡсатында райондың алыҫ ауылдарына юлланды. Мәҫәлән, күптән түгел Йонос ауыл мәҙәниәт йортонда тәүге оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар тәжрибәле сигеү оҫталары Гөлфиә Ниғәмәтуллина, Гүзәл Ханова, Лена Ғәлимова һәм Лилиә Шаһиева етәкселегендә тамбурлы сигеү серҙәрен өйрәнде. Улар төп алымдарҙы үҙләштерҙе, һәр элмәкте камиллаштырҙы һәм үҙ эшенең ысын оҫталарынан ҡиммәтле кәңәштәр алды.
Һәр ҡатнашыусы ижади юлын дауам итә алһын өсөн дәрестән һуң уларға ҡул эштәре башҡарыуға кирге, махсус ырғаҡтар, сағыу мулине һәм сифатлы туҡымалар кеүек кәрәкле бөтә материалдар йыйылмаһы тапшырылды. Хәҙер командалар алдында ун таҫтамал биҙәү бурысы тора. Улар уйлаған өлгөләрҙе тормошҡа ашырып, традицион башҡорт мотивтарының байлығын һаҡлап башҡарылырға тейеш.
Ошо көндәрҙә “Ҡомартҡы” клубының оҫталар командаһы Ғүмәр ауыл клубында булды. Оҫталыҡ дәрестәрендә кесеһенән алып олоһона тиклем башҡорт халҡы дан тотҡан боронғо һөнәр нигеҙҙәрен өйрәнде. “Ҡомартҡы” оҫталары тамбурлы сигеү буйынса ҡабатланмаҫ биҙәктәр эшләү серҙәре менән уртаҡлашты, орнаменттарҙың символикаһы һәм сәскәләрҙең әһәмиәте тураһында һөйләне.
Оҫталарҙың эштәренән илһамланған өйрәнсектәр ҙур теләк менән үҙҙәренең биҙәктәрен ижад итеүгә тотондо.
Был проект халыҡ кәсептәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, мәҙәни үҙенсәлекте нығытыуға, традицияларҙы киләсәк быуындарға тапшырыуға булышлыҡ итә. “Ҡомартҡы” коллективында ҡатнашыусылар үҙ эштәренең башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫын һаҡлауға ҙур өлөш индереренә ышана.
Лариса ХУДЯКОВА,
мәҙәниәт бүлегенең  ойоштороу-методика бүлеге мөдире.

Автор: