Гүзәлиә Мостафина 1973 йылда Иҫке Мишәр ауылында тыуған. Әсәһе бала саҡтан уҡ ҡыҙында ҡул эштәренә һөйөү тәрбиәләй, сигеү оҫталығына өйрәтә. Сигеүҙән тыш, Гүзәлиә сәйлән үреү һәм бәйләү менән мауыға. Мәсәғүттә тегенсе белемен ала, ә 1994 йылда Тайыш ауылы егетенә кейәүгә сыға. Әсәһенең 1957 йылда эшләгән тамбурлы сигеүен ҡабатлай, был орнамент уның тәүге эштәренең береһенең нигеҙенә һалына.
Урындағы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгәндә, китапханасы Дания Вәлиева менән дуҫлаша. Бер ваҡыт Дания Данис ҡыҙы унан алъяпҡыс сигергә ярҙам итеүен һорай, һәм шул ваҡыттан алып заказ буйынса ҡул эштәре Гүзәлиә Ғәлиулла ҡыҙы өсөн аҡса эшләү ысулдарының береһе булып китә. Уның иң ҡиммәтле комплекты 7000 һумға һатыла. Бөтә ваҡыт эсендә ул йөҙҙән ашыу изделие әҙерләй. Һуңғы ҙур заказдарҙың береһе булып “Әхирәттәр” фольклор ансамбле өсөн милли костюмдар йыйылмаһы тора. Бер нисә йыл элек ул Яңы Мишәрҙә уҙған ҡул эштәре конкурсында Гран-при яулай. Шул уҡ ваҡытта оҫталыҡ дәрестәре һәм дефиле үткәрә.
Дания Вәлиева 1963 йылда Айып ауылында тыуған. Тегеү оҫталығын хеҙмәт дәрестәрендә үҙләштерә һәм сигеү менән етди мауығып китә. Әсәһе лә тамбурлы сигеү менән шөғөлләнә, ә өләсәһе, Ҡазан татары, орнаментҡа һөйөү тәрбиәләй. 1983 йылда Дания Тайыш егетенә кейәүгә сығып, иренең тыуған ауылына күсеп килә. 10 йыл китапханала, ә һуңынан клуб мөдире булып эшләгәндән һуң, 2019 йылда хаҡлы ялға сыға. Уның тәүге заказы китапханала эшләгәндә үк башҡарыла – һөләймәндәр өсөн дүрт алъяпҡыс ҡайый. Ижад йылдарында Дания Данис ҡыҙы йөҙгә яҡын әйбер сигә. Беренсе тапҡыр конкурста ҡатнашыуы Оло Ыҡтамаҡ район Мәҙәниәт һарайында уҙған Төньяҡ-Көнсығыш ҡул эштәре оҫталары съезында була. Үҙен тулы-һынса эшкә бағышлағанда, ҡатын алъяпҡысты 10 көн эсендә әҙерләп ҡуя.
Гүзәлиә Мостафина менән Дания Вәлиева алъяпҡыстарҙы, күлдәктәрҙе, мендәр тыштарын, яулыҡтарҙы, сумка- ларҙы һәм янсыҡтарҙы тамбурлап бергәләп сигә, улар туйҙарҙа, фольклор ансамблдәрендә ҙур һорау менән файҙалана, шулай уҡ үҙенсәлекле бүләк булып хеҙмәт итә. Улар-ҙың эштәре Мәсетле районында ғына баһаланып ҡалмай, ә Балаҡатай, Салауат райондарына, Ырымбур, Өфө, Ҡаҙағстанға һәм башҡа төбәктәргә оҙатыла.
Изделиелар эшләү процесы үҙгәрешһеҙ ҡала: башта туҡыма үлсәнә (яҡынса 70x80 сантиметр), һуңынан һүрәт төшөрөлә. Әгәр ул ҡулдан эшләнһә, махсус ручка ҡулланыла, әҙер орнамент күсереп алынһа, таҙа туҡыма өҫтән һалына, һәм контур һабын менән күсерелә. Оҫталар һүрәтте туҡымаға күсереүҙең боронғо ысулы менән дә уртаҡлаша: алюминий ҡалаҡты сәскә ышҡып алырға һәм орнамент өҫтөндә ятҡан туҡымаға ышҡырға, шул саҡта һүрәт асыҡ төҫтәге туҡымала сағыла, ә ҡарала күренмәй. Тамбурлы сигеүҙе улар ирис һәм мулине ептәрен ҡулланып махсус ырғаҡ менән башҡара. Алъяпҡыстар өсөн традицион рәүештә ҡара туҡыма ҡулланыла. Шулай уҡ, төймәләрҙән баш тартып, оҫталар хәҙер бауҙар ҡуллана, был алъяп-ҡысты теләһә ниндәй комплекция өсөн универсаль итә. Дөйөм техникаға ҡарамаҫтан, һәр оҫтаның сигеү стиле үҙенсәлекле.
Элек ситса туҡыма ҡулланылған, әммә йыуғандан һуң ныҡлығы кәмеүе һәм формаһы үҙгәреүе сәбәпле унан баш тартҡандар. Хәҙер оҫталар йомшаҡ, сыҙамлы туҡыма – габардинға өҫтөнлөк бирә.
Оҫталар өлгөләр өсөн идеяларҙы төрлө сығанаҡтарҙан ала: музейҙарҙан, фотоһүрәттәрҙән, һүрәттәрҙән һәм интернеттан. Һәр орнаментҡа улар билдәле бер мәғәнә һала, мәҫәлән, күҙ һүрәте күҙ тейеүҙән һаҡлай, йөрәк – ҡунаҡсыллыҡ символы, ҡусҡар – малсылыҡ һәм уңыш, ромб – игенселек. Сигеү Төньяҡ-Көнсығыш стилендә башҡарыла. Башҡа техникаларҙан айырмалы рәүештә, унда һүрәт “утрауҙар” менән эшләнә.
Урындағы клубтың мәҙәни саралар ойоштороусыһы Миләүшә Мостафина уларға төрлө конкурстарға әҙерләнергә ярҙам итә. Тайыш оҫталары “Йәшлек”, “Тамға” республика конкурстарында ҡатнаша һәм эштәре төрлө күргәҙмәләрҙә призлы урындар яулай. Бынан тыш, Мәсетле районында оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр, үҙ тәжрибәләрен һәм халыҡ сәнғәтенә һөйөүҙе йәш быуынға тапшыралар.
Гүзәлиә Мостафина һәм Дания Вәлиеваның ижады – ул кәсеп кенә түгел, башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү, кешеләрҙе ҡул эштәре матурлығы һәм йылыһы менән рухландырып, ҡыуандырып, заманса әйберҙәрҙә боронғо өлгөләрҙе йәнләндереү.
Һүрәттә: Дания Вәлиева (һулда) һәм Гүзәлиә Мостафина
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.