Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
13 Март , 10:15

Эх, бауырһағы ла бауырһағы!

Яңы Мишәр ауыл клубында “Ғаилә таланттары менән бай” район фестивале сиктәрендә “Бауырһаҡ-фест” фольклор байрамы уҙҙы.

Эх, бауырһағы ла бауырһағы!
Эх, бауырһағы ла бауырһағы!

Башҡорттар өсөн бауырһаҡ ябай ризыҡ ҡына түгел. Ул бөгөн дә күп кенә башҡорт халыҡ йолаларында ҡулланыла һәм уға ҙур әһәмиәт бирелә. “Бауырһаҡ” һүҙе башҡортса “бауырлыҡ” һәм “бауырҙаш” һүҙенән килеп сыҡҡан, был “ҡан туған” тигәнде аңлата.
Фестивалдә Мәсетле районы, шулай уҡ Дыуан һәм Ҡыйғы райондарының ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты. Улар жюри хөкөмөнә милли ризыҡтарҙан төрлөсә биҙәп әҙерләнгән өҫтәл тәҡдим итте. Аш-һыуҙың төрлөлөгө араһында байрамдың төп “геройы” булған бауырһаҡҡа абруйлы урын бирелде. Һәр хужабикә уны үҙенсә әҙерләй, әммә ул һәр ваҡыт тәмле килеп сыға һәм яратҡан ризыҡҡа әйләнә.
Жюри ағзалары булараҡ район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина ризыҡтың тәмен, биҙәлешен һәм үҙенсәлеген баһаланы. Һөҙөмтәлә “Иң тәмле бауырһаҡ” номинацияһында Рәзилә Хәйретдинова (Ясин ауылы) еңеүсе тип билдәләнде, “Өләсәй рецебы буйынса” – Гөлфирә Хәкимова (Ясин ауылы), “Иң яҡшы презентация” – “Әхирәттәр” клубы (Ҡыйғы районы, Йосоп ауылы), “Ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлаусы” – Әлфирә Хәкимова (Яңы Мишәр ауылы), “Заманса биҙәүестәр” – “Ағинәйҙәр” ҡоро (Дыуан-Мәсетле ауылы), “Уникаль биҙәүестәр” – Миләүшә Мостафина (Тайыш ауылы).
Башҡорт аш-һыуы – милли мәҙәниәттең бик күп йолалар һәм традициялар менән бәйле айырылғыһыҙ бер өлөшө. Бауырһаҡ байрамы быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

Һүрәттә: Яңы Яуыш командаһы бауырһаҡ менән сәй эсергә саҡыра 

Автор: