Һәр ауыл биләмәһенең ошо ерҙе айырып торған, уға танылыу биргән һәм уникаль иткән үҙ йөҙө бар.
Дыуан-Мәсетле ауыл советы картаһын Йыланыш ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Раушания Иштуғанова сигә.
Картаның уртаһында төньяҡ-көнсығыштағы беренсе мәсет һәм мәҙрәсә һүрәтләнгән.
Билдәле булыуынса, Дыуан-Мәсетле ауылына XXVI быуатта Дыуан ҡәбиләһенән сыҡҡан кешеләр нигеҙ һалған. Шәжәрәгә ярашлы, уға Сунселейҙың улы, Ҡарамыштың ейәне Аҡбулат нигеҙ һала. Бөтә тирә-яҡта билдәле ҙур мәсет төҙөлгәндән һуң, хәҙер йөрөткән исемен ала. 1877 йылда бында мәктәп асыла, һуңыраҡ уға Х. Фәтҡуллин исеме бирелә. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана: ике Герой – Советтар Союзы Геройы, осоусы Ҡотдос Латипов һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы, Төмән нефтен асыусы Ричард Аллаяров; һуғышҡа тиклем БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Сабир Ваһапов; БАССР Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе Фазыл Шаһимәрҙәнов; СССР-ҙың атҡаҙанған архитекторы, профессор Барый Кәлимуллин; Башҡортостан нефть институты уҡытыусыһы Сәмиғулла Кәлимуллин; башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре авторы, педагогия фәндәре кандидаты Мәрйәм Ғималова; Башҡорт аграр университетының кафедра мөдире, профессор Вәрис Дусыев; күренекле дәүләт эшмәкәре Раид Миндибаев; яҙыусы Ринат Камалов; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова һәм башҡалар.
Дыуан-Мәсетле ауыл советы составына алты ауыл инә: Йыланыш, Ҡаранай, Ғүмәр, Бурансы, Туҡбай, Дыуан-Мәсетле. Картала улар ҡыҙыл тирмәләр булып һүрәтләнгән һәм ҡунаҡсыллыҡ символы булып йөрәкте тәшкил итә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, иң боронғо ағас ҡумыҙ һәм ҡатын-ҡыҙ муйынсаһы Ғүмәр ауылында табылған. Сигелгән һүрәттәрҙең һәр элементында ата-бабаларҙың мираҫын һаҡлаған халыҡ тарихы, көнкүреше һәм легендалары сағыла.
Яңы Мөслим ауылы территорияһын Фәүзиә Сәлимова ҡайый. Ауылға 1782 йылда Дыуан улусы башҡорттары менән – 25 йылға, 1828 йылда 40 йылға ер биреү килешеүе нигеҙендә Пермь губернаһы Шадринский өйәҙенең Мөслим ауылынан (хәҙерге Силәбе өлкәһе) сыҡҡан мишәрҙәр нигеҙ һала. Картала тигеҙлек өҫтөнән күтәрелгән өс убалы түбә – Төньяҡ, Урта һәм Ҙур Мунсик һүрәтләнгән. Ҙур тауҙың бейеклеге 417 метр тәшкил итә, Урта – 374 метр, Төньяҡ – 357 метр.
Әлеге ваҡытта ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәсет, фельдшер пункты, почта бүлексәһе, китапхана, магазиндар эшләй. Яңы Мөслим ауылының иҫтәлекле урыны – Фазыл шишмәһе. Ул ауыл ситендә, төп юлдан иң алыҫ нөктәлә урынлашҡан.
Ауылдан бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан: совет һәм Рәсәй актеры, театр педагогы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия – Аланияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы һәм БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәфҡәт Исрафилов; яҙыусы Лена Саҙиҡова (ижади псевдонимы – Иҙелбикә); Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Рәссамдар союзы, “Тамға” ижади төркөмө ағзаһы Рият Мөхәмәтдинов; рәссам, 2006 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, республика, төбәк, төбәк-ара, бөтә Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы Зыялетдин Мөхәмәтдинов.
Ләйсән АБЗАНОВА әҙерләне.