Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
13 Октябрь 2023, 15:00

Мәсетле оҫталары

Беҙ “Мәсетле районының сигелгән картаһы” проектын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ҡул эштәре оҫталары хаҡында һөйләүҙе дауам итәбеҙ.Карта район Мәҙәниәт һарайының методик бүлеге, ауыл биләмәләре һәм биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарының берлектәге ҙур эше буласаҡ. Унда ауыл биләмәләренең тәбиғәт ҡомарт-ҡылары ғына түгел, улар йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле йолалары ла сағыласаҡ.

Мәсетле оҫталары
Мәсетле оҫталары

Беҙ “Мәсетле районының сигелгән картаһы” проектын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ҡул эштәре оҫталары хаҡында һөйләүҙе дауам итәбеҙ.
Карта район Мәҙәниәт һарайының методик бүлеге, ауыл биләмәләре һәм биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарының берлектәге ҙур эше буласаҡ. Унда ауыл биләмәләренең тәбиғәт ҡомарт-ҡылары ғына түгел, улар йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле йолалары ла сағыласаҡ.

Оло Аҡа ауыл биләмәһе картаһын хеҙмәт ветераны Рәйлә Биктимерова сигә.
Был ауыл биләмәһе 1924 йылда ойошторол- ған. Әлеге ваҡытта ауыл Советы составына Оло Аҡа, Урта Аҡа һәм Степной ауылдары инә. Халыҡтың күпселек өлөшө – татарҙар.
Оло Аҡа ауыл биләмәһе картаһында ата-бабалар мираҫын ҡәҙерләп һаҡлаған халыҡтар тарихы сағыла. Сигелгән картала ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты Булат Дәүләтбаевтың да китабын күрергә мөмкин. Булат Сабир улы Башҡортостанда беренселәрҙән булып документаль материалдар нигеҙендә генеалогик тикшеренеүҙәр әҙерләй башлай, был республика ауылдарының барлыҡҡа килеү тарихы менән тығыҙ бәйле. Һөҙөмтәлә Булат Сабир улының “Һинең шәжәрәң”, “Аҡаларҙың нәҫел сылбыры” (Аҡаларҙың шәжәрәһе: БР Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында йәшәгән халыҡтың дәүләт халыҡ иҫәбен алыу материалдары) һәм башҡа китаптар серияһы донъя күрҙе.
Китап янында мәсет төшөрөлгән, сөнки аҡалар – дини халыҡ. Шулай уҡ милли баш кейеме булған түбәтәй урын алған. Фон зәңгәр төҫ менән тыныс күк йөҙөн сағылдыра.

Проектта ҡатнашыуға хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар йәлеп ителгән. Уларҙың береһе – “Ынйылар” фольклор төркөмөнөң әүҙем ҡатнашыусыһы Рәмилә Әхкәмова. Ул Йонос ауыл биләмәһе картаһын һынландыра.
Оҫта ҡайылған һәр элемент ауыл биләмәһе тураһында һөйләй.
Карта эшләгәндә зәңгәр, һары, күк, йәшел, ҡыҙыл, аҡ, мәрйен, ҡуйы ҡыҙыл һәм сирень төҫтәр ҡулланылған.
Зәңгәр төҫ – сафлыҡ, өмөт һәм шатлыҡ, һары – позитив энергия, күк – уй-ниәттәрҙең асыҡлығы, изге күңел һәм сафлыҡ, йәшел – азатлыҡ һәм мәңгелек тормош, ҡыҙыл – батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, сирень – баланс һәм серлелек символы, ҡуйы ҡыҙыл – арбағыс һәм серле төҫ.
Зәңгәр күктә Мунсик сағыла – Ҙур, Урта һәм Төньяҡ тауҙары һыҙаты, йәшел болондар, ҡайын һәм ҡарағай урмандары. Аяҙ көндә был тауҙан Мәсетле районының бөтә ауылдары тиерлек һәм хатта бер нисә күрше район, шулай уҡ бөтә матурлыҡта Әй йылғаһы үҙәненең тар ғына күк һыҙаты күренә. Күк – тыныслыҡ һәм именлек, аҡҡош – яңырыу, паклыҡ, киң күңеллелек, тәрән аҡыл символы, йәшел болондар – тәбиғи матурлыҡтың иҫ киткес өлгөһө, тауҙар – мәңгелек, өҫтөнлөк, даимилыҡ һәм рухи күтәрелеш символы.

Проектҡа шулай уҡ үҙ өлөшөн Аҙанғол ауылынан эш тәжрибәһе булған Гөлфиә Ниғәмәтуллина индерә. Ул республика картаһы өсөн Мәсетле районы картаһын сигеп эшләгәйне.
– Яңы Мишәр ауыл биләмәһе картаһын әҙерләүҙе миңә ышанып тапшырыуҙары бик ҡыуаныслы, – тип билдәләй ҡул эштәре оҫтаһы.
Яңы Мишәр ауыл биләмәһе картаһын ул тамбур техникала башҡара. Биҙәктәрҙә халыҡ тарихы, уларҙың көнкүреше сағыла.
Шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов хөрмәтенә самолет төшөрөләсәк. Яҡташыбыҙҙың хәрби биографияһының һәр бите – ул фиҙаҡәрлек һәм ҡаҡшамаҫ көс. Уның бөтә алыштары тигеҙ булмай, ләкин ул һәр ваҡыт еңеүсе булып сыға һәм был һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғоһо уята. 1975 йылға тиклем Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итә, Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияны тамамлай, һуңынан Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженерҙар академияһын етәкләй. Ул – һуғыш тураһындағы китаптар авторы: “Витязи крылатые” (1995) һәм “Может ли голубь ястребом стать?” (1999).

Ростов ауыл биләмәһе картаһын Теләш ауыл клубы хеҙмәткәре Алия Хәлиева ҡайый.
Картаны эшләгәндә ул шулай уҡ төньяҡ-көнсығыш ҡабартмалы сигеү ысулдарын ҡуллана. Сигеү элементтары ауыл халҡы тураһында һөйләй һәм уларҙы символлаштыра.
Сигелгән картала Мәсетле районының Ишәле ауылында тыуып үҫкән билдәле шағир, фольклорсы Рәшит Әхтәриҙең китабы һынландырылған. Ул шағир, импровизатор, сәсән, фольклорсы булараҡ киң билдәле. Рәшит Әхтәри тырышлығы менән халыҡ ижады ынйылары – әкиәттәр, эпостар, онотолған йолалар киң йәмәғәтселеккә барып етте.
Шулай уҡ картала Ростов ауыл биләмәһе бренды – камзул һәм дин символы – мәсет төшөрөлгән.

Әжекәй ауылы картаһын тәҡдим итеүсе Эмилия Фазуллина ла үҙ эшендә ҡабартма ҡайыу техникаһын ҡуллана.
Уның эшләү элементтары ауыл тарихы тураһында бәйән итә.
Картала бөркөт төшөрөлгән. Әжекәй ауылына XXVII быуаттың 50-се йылдарында Ҡошсо ҡәбиләһе башҡорттары нигеҙ һала. Был ырыу ир-егеттәрҙең үҙҙәре менән ҡоштарҙы һунарға алыуы билдәле.
Стела һәм янып торған йорт һүрәте – 1918 йылдың июнендә булған ваҡиғалар тураһында хәтер. Был – “Әжекәй фажиғәһе”: аҡтарҙан төбәкте азат иткән ҡыҙылгвардеецтарҙың ауыл халҡын тар-мар иткән ваҡиға.
Шулай уҡ игенселәрҙең хеҙмәтен данлап башаҡ төшөрөлгән.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Мәсетле оҫталары
Мәсетле оҫталары
Мәсетле оҫталары
Мәсетле оҫталары
Мәсетле оҫталары
Автор: