Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
17 Март 2023, 15:15

Саф һауала күңелле ял

Оло Аҡа ауылы халҡы, ап-аҡ ҡарлы миҙгелде оҙатып, “ҡышҡы һабантуй” ойошторҙо. Сараға йыйылыусылар ат сабышы, уйындар ойошторҙо, саф һауала сәй эсте.

Саф һауала күңелле ял
Саф һауала күңелле ял

– Ат сабышын йола буйынса Яңы йыл алдынан үткәрәбеҙ, – ти ауыл клубы хеҙмәткәре Фәрит Ғибәҙуллин. – Был юлы уны февралдә уҙғарырға хәл иттек. Сараның төп маҡсаты – Ватанды һаҡлаусыларға, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хөрмәт күрһәтеү, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу һәм балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.
Оло Аҡа халҡы, Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын тотоп, ауылдың үҙәк урамы буйлап егелгән аттарҙа дүрт санала уҙҙы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 мартының  11ы һанында уҡығыҙ.

Автор: