Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
17 Август 2022, 12:30

Мәсетле районы башҡорттарының суҡ таратыу йолаһы

Йолаларыбыҙ – бөгөнКешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып уның менән бергә йәшәйеш тәртибен, һәр ырыуҙың тупланып, ойошҡан дәүләт төҙөүен тәьмин иткән механизм хасил була. Ошо механизм төрлө халыҡтың үҙ тарихи йәше менән бер ҡатар үҫешә. Тау халыҡтарында ул мәктәп адат, ҡаҙаҡтарҙа – салт, сыуаштарҙа – йала-ерке, алтайҙарҙа ялаһ тип атала. Кеше һәм кеше – ырыу, кеше – тәбиғәт, кеше – йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлау, ырыу көсөн арттырыу, сәләмәтлекте һаҡлау һәм ижади ҡеүәтте байытыу, тормош-көнкүреш талаптарын дөрөҫ камиллыҡта үтәп еткереү моделе иһә башҡортта йола тип атала һәм алда әйтелгән атамалар менән ауаздаш.

Мәсетле районы башҡорттарының суҡ таратыу йолаһы
Мәсетле районы башҡорттарының суҡ таратыу йолаһы

Борон-борондан башҡорт иле үҙенең төп законына – йолаға – нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкән. Оло хаҡы, кесе хаҡы, ҡатын хаҡы, ир хаҡы, бала йәки баба хаҡы, йәғни Кеше хаҡын фәҡәт йола ғына теүәл һаҡлаған. Олоно оло итеү, туған менән туған, кеше менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тейешле ыңғай барышы, йәғни гармонияһы, берҙән-бер хоҡуҡи сара – йолаға – буйһонған. Оло кеше (атай, ағай) өҫтәл янына ултырмайынса, ризыҡҡа тейеү тыйылған, баланы ҡаты рәнйеткән оло кеше мантымай, тигәндәр; махсус исем ҡушыу йолаһы үтәлмәйенсә, бала ырыу ағзаһы тип һаналмаған; ҡалым түләү, сеңләү, ҡыҙ илатыу йолаһы башҡарылмайынса, туйҙа йыуаса һибеү, һандыҡ асыу булмайынса, һ.б. йолалар үтәлмәйенсә, килен икенсе ырыуҙың яңы ағзаһы, ир ҡатыны хоҡуғына ысын мәғәнәһендә эйә булмаған. Йола теге йәки был ваҡиғаны "оҙатып" бармай (ғәҙәттә, шулай фекер йөрөтәләр) йәки уның биҙәүесе лә, тулыландырыусыһы ла түгел. Йола үтәлмәһә, донъя боҙола, яманлыҡ алға сыға. "Урал батыр" эпосында, мәҫәлән, атаһы ҡушҡан йоланы боҙған өсөн Шүлгән яман кешегә әүерелә.
Шул йолалар араһында кешенең тормош юлы башланғандан алып, ахырына тиклем мотлаҡ үтәлгән йола – өс туйы бар. Береһе – бәпес туйы, икенсеһе – никах туйы һәм өсөнсөһө – үлем туйы. Был йолаларға ҡарата айырыуса ҡараш әле лә һаҡланып килә.
Башҡорт туй йолалары – никахҡа ингән башҡорттарҙың туй йолалары комплексы.
Башҡорттарҙың никахҡа ҡарата етди мөнәсәбәтен башҡорт халыҡ мәҡәлдәре дәлилләй: “Өйләнмәгән ир-егет әҙәпле булмаҫ”, “Ҡош-ҡорттоң да үҙ ояһы бар”, “Өйләнмәгәндең йорто юҡ, йорто булмағандың – иле юҡ” һәм башҡалар.
Башҡорт туйы, уның йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре үҙ эсенә боронғо инаныуҙарҙан заманса яңылыҡтарға тиклем башҡорт мәҙәниәтенең үҫеш элементтарын алған. Туй йолалары баш-ҡорт фольклорында (мәҫәлән, “Алдар менән Зөһрә”, “Заятүләк менән Һыу-һылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маян-һылыу” эпостары һәм башҡалар) сағылыш тапҡан.
Туй йолалары – үҙе бер театрлаштырылған күренеш ул. Тик был театрҙа профессиональ артистар урынына ябай кешеләр – димсе, ҡоҙа- ҡоҙағый, төп ҡоҙа, кейәү егеттәре, еңгәләр. Уларҙың һәр береһенең үҙенең генә роле бар. Туйҙың этаптары бер иш булһа ла, районына ҡарап, күп кенә айырмалы элементтар күҙәтергә була. Мәҫәлән, “суҡ таратыу”.
Төньяҡ-көнсығыш райондарының Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан, Балаҡатай райондарында һаҡланып ҡалған суҡ таратыу йолаһы – туй йолаһының бер сағыу өлөшө. Мәсетле районында суҡ, Ҡыйғы, Дыуан, Балаҡатай райондарында ығырмау, тип йөрөтөлгән предмет – төрлө төҫтәге сағыу ептәрҙән үрелгән бау. Бауҙың осон ике яҡ-лап суҡлап ҡуялар. Башҡорт ғалимдарының туй йолаларына арналған хеҙмәттәрендә суҡ таратыу тураһында бер-ике һөйләм менән генә әйтеп кителә. Атап әйткәндә, “Башҡорт халыҡ ижады” хеҙмәтенең I томында былай тип яҙылған: “Килен ауыл баласағаларына төрлө төҫтәге еп, суҡ, ығырмау тарата. Балалар ауыл буйлап ошо суҡтарҙы болғай-болғай йүгереп йөрөй” . “Ватандаш” журналында баҫылған мәҡәләлә : “...у айлинских и аргаяшских башкир принято украшать кистями (бахромой) скотину – приданое невесты, что является своеобразным прославлением плодовитости скотины и символом будущего изобилия. Эти кисточки потом развязывают и раздают детям...”. "Еңгә күрергә килгән бала-сағаларға бүләк тараталар (суҡтар, сигелгән ҡулъяулыҡтар һәм башҡа ваҡ әйберҙәр – бүләктәрҙе ҡыҙ алдан әҙерләп килтерә)”.
Мәсетле районының башҡорт ауылдарында киң таралған был йола тураһында табылған мәғлүмәттәр ошо ғына. Нимә ул суҡ, суҡты кем, ни өсөн һәм нисек тараталар, хәҙерге заманда суҡтың әһәмиәте – шул турала артабан.
Борон һәр әсә үҙенең ҡыҙына бирнәлек әҙерләгән. Ҡыҙ ҡул араһына ингәс, үҙе лә алъяпҡыстар ҡайыған, селтәрҙәр, ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләп һалған. Бирнәлек әҙерләгәндә, бирнә һандығына мотлаҡ 40 суҡ та үреп һалалар. Суҡ төрлө төҫтәге сағыу ептәрҙән ишелә. Суҡ ҡыҙҙың ниндәй хәлле ғаиләнән булғанын күр-һәткән, сөнки епте хужабикәләр үҙҙәре буяған, ә буяу ҡыйбат торған. Байыраҡ килендең суҡтарының төҫө сағыуыраҡ булған. Суҡ таратыу – кәләш кейәү йортона күсеп барғас, килен төшкәс үткәрелә торған йола. Килен һандығын асҡас, бер еңгә кейәү яҡлап ҡатын-ҡыҙ затына алъяпҡыс-тар таратып сыға. Шунан һуң, суҡтар-ҙы алып, кейәү егетенә бирәләр. Кейәү егете, кейәү менән бергә алдан ихаталағы бейегерәк урынды ҡарап, билдәләп ҡуйған була. Ғәҙәттә, солан ҡыйығы, йә бесәнлекте һайлайҙар. Туй ҡунаҡтарына, килен күрергә килгән кешеләргә күренмәҫкә тырышып, кейәү бейеккә менә, шунан суҡты берәмләп ташлай башлай. Ике яҡтан да туғандар ябырылып, булашып-булашып суҡты алырға тырышалар. Ошо урында суҡ таратыуҙың психологик көсөргәнеште еңелерәк үткәреп ебәреүсе фактор булып тороуын да билдәләп китергә кәрәк. Туйҙа бер-береһен белмәгән кешеләр осраша, күптәре уңайһыҙлана. Суҡты алғанда, уйнап-көлөү, шаярыу ошо уңайһыҙланыуҙы бөтөрә.
Суҡты алғас, бәләкәй ҡыҙҙарҙың сәсенә үргәндәр, егеттәр күлдәк яғаһына беркеткән. Хәҙерге туйҙарҙа машинаның алғы көҙгөһөнә бәйләп ҡуйғандарын күргән бар.
Суҡты ни өсөн таратҡандар? Белеүебеҙсә, борондан килгән йоланың ниндәй ҙә булһа практик әһәмиәте булған. Ауылда йәшәгән өлкән быуын кешеләренән һорашып, “Бәйләнештә” селтәрендә, “WhatsApp” аша Ҡыйғы, Дыуан, Балаҡатай райондары ауылдарында йәшәгән туғандарым менән бәйләнешкә сығып, төрлө яуаптар алдым. Уларҙың барыһы ла иғтибарға лайыҡ, тип иҫәпләйем. Беренсенән, суҡ таратыуҙың тылсымлы йоғонтоһо: борон ҡыҙ кеше килен булып алыҫҡа киткән. Ете-ят кешене төшкән еренең эйәләре ҡабул итһен өсөн, килен суҡ таратҡан; кейәү ауылында килен ят кеше булған, шуға уға һоҡланып ҡарағандар, күҙ теймәһен өсөн килен суҡ таратҡан; килен үҙе менән мал да алып килгән, мал ишле булһын, үрсеһен, малына сит кешеләрҙең күҙе теймәһен өсөн, күҙ алдаштырыу өсөн таратҡандар.
Икенсенән, суҡ таратыуҙың тормоштоң материаль яғы менән бәйләнгән булыуы: килендең уңғанлығын күрһәтә. Суҡ тигеҙ үрелгән булһа, ике осо тигеҙ итеп эшләнгән булһа, килен уңған, тип һаналған. Суҡты ике яғынан тартып ҡарайҙар, ике башы өҙөлөп килеп сыҡһа, килен ялҡау, йә йыуаштыр, тип һығымта яһайҙар; суҡ килендең ниндәйерәк ғаиләнән булғанын күрһәткән, сөнки элек ептәр һатыуҙа булмаған, епте иләп, үҙҙәре буяп алғандар, буяу ҡыйбат булған. Байыраҡ килендең суҡтарының төҫө сағыуыраҡ булған. Суҡ таратыуҙың психологик әһәмиәте: суҡ үргән ваҡытта туғандар бергә йыйыла, аралаша, быуындар бәйләнеше нығый; кейәү кеше суҡты бейектән ташлағанда, ике яҡтан да туғандар ябырылып, шаярып-көлөп алалар, шулай итеп, бер-береһен белмәгән кешеләр араһында уңайһыҙланыу кәмей. Шулай уҡ, дидактик әһәмиәтенә туҡталып китәйем: суҡ ишкән ваҡытта ҡыҙ яҡлап өлкән апайҙар ҙа, бәләкәйерәк, шулай ҙа ҡул араһына ингән ҡыҙҙар ҙа була. Өлкәндәр йәштәргә тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, йәштәр, киреһенсә, нимәгәлер өйрәнгән; йәштәргә өгөт-нәсихәт биреү, тыйыу, өйрәтеү кеүек тәрбиә лә бирелгән; суҡ ишеү ҡулдарҙың моторикаһын арттырған; эстетик тәрбиә бирелгән – төрлө төҫтәрҙе матур итеп сиратлаштырып, үрергә өйрәнгәндәр; туй ҡунаҡтарына килендән ишара – суҡ ике яҡлы, ике яҡты ла тиң күрегеҙ, тигәнде аңлата; бер ептең осо – ҡыҙ, икенсе осо – егет, йәки бер суҡ – ҡыҙ, икенсе суҡ – егет. “Тормошто бергә егелеп һөйрәтегеҙ, айырылмағыҙ, ошо суҡ кеүек бергә генә булығыҙ”, – тип тә әйткәндәр.
Шулай итеп, суҡ таратыуҙың әһәмиәтен төрлө яҡлап ҡарап сығып, был йоланың хәҙер ҙә һаҡланыуына ҡыуанырға ғына ҡала.
Милләтебеҙҙең туй йолаһы бай, күркәм икәне билдәле. Республиканың төрлө төбәктәрендә атҡарылған туй йолалары төрлө булһа ла, улар кейәү менән кәләштең яңы тормошҡа аяҡ баҫыуын тәбрикләүгә, ҡотлауға ҡоролған. Хәҙерге көндә лә туйҙарҙа боронғонан ҡалған атрибуттар һаҡланыуы халҡыбыҙҙың йолаларға тоғро булыуы тураһында һөйләй. Тәүге, магик әһәмиәтен юғалтып, күберәк декоратив элемент ҡына булып ҡалһа ла, суҡ таратыуҙың тәрбиәүи әһәмиәте шикһеҙ.
Зилә МИНДИБАЕВА,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы
Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Рәшит Нурмөхәмәтов картинаһы.

Мәсетле районы башҡорттарының суҡ таратыу йолаһы
Мәсетле районы башҡорттарының суҡ таратыу йолаһы
Автор:Лариса Михалькова