Әжекәйҙәрҙе Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадырова сәләмләне. Ул сара өсөн рәхмәт белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләне.
Байрамда миндек бәйләү серҙәрен күрһәттеләр һәм шифалы үҙенсәлектәре хаҡында һөйләнеләр. Сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған “Быуаттар буйына һаҡланған” район проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Миндек әҙерләү өсөн иң яҡшы ваҡыт – июнь аҙағы һәм июль башы, был осорҙа ҡайындарҙа һырға юҡлығы әһәмиәткә эйә. Әммә шул уҡ ваҡытта япраҡтың торошон баһаларға кәрәк: ҡайын япраҡтары ҡытыршы булырға тейеш түгел, мотлаҡ йомшаҡ һәм бәрхәт япраҡтар һайлау мөһим. Әгәр ҙә инде япраҡты тартып ҡараһағыҙ, уның бер киҫәге генә өҙөлөргә тейеш, ә бөтә табаҡлы пластина түгел. Ботағын ҡырҡып алғанда, миндек парға әйләнгәндә шыуып торасаҡ, ә унан япраҡ ҡойоласаҡ. Ә һуңға ҡалыу япраҡтарҙың көсөн юғалтыуы менән ҡурҡыныс.
Байрамда халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре, таҡмаҡтар һәм күңелле уйындар яңғыраны. Сара аҙағында ҡунаҡтарҙы тәмле аш һәм самауырҙан хуш еҫле сәй менән һыйланылар.
Регина ВӘЛИЕВА.