Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
15 Апрель 2022, 14:20

Кәсептәр тергеҙелә

13 апрелдә Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында туҡыусылыҡтың боронғо технологияларын тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса район семинар-практикумы уҙҙы. Сарала ҡатнашыусыларға туҡыу станогын күрһәттеләр, оҫталыҡ дәресе уҙҙы.

Кәсептәр тергеҙелә
Кәсептәр тергеҙелә

”Туҡыу – боронғо, һәр ғаилә шөғөлләнгән бик мөһим производство”, – тип һөйләй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова. Туҡыу эшен үҫтереү күбеһенсә республиканың төньяҡ-көнсығышында башланған. Ошо һөнәргә, уның нескәлектәренә һәм серҙәренә бында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар тулыһынса эйә булған.
Ата-бабаларҙың халыҡ кәсептәре хаҡында һөйләргә, бигерәк тә уларҙың нисек шөғөлләнеүен күрһәтергә һәләтле кешеләр һирәк.
Ләмәҙтамаҡ ауылынан биҙәү-ҡулланма ижад оҫтаһы Нурания Ғилметдинова туҡыу станогына нисек дөрөҫ еп һалырға, эште нисек башларға һәм тамамларға кәрәклеген күрһәтте. Уның әйтеүенсә, туҡыманы яһағанда иң күп көс талап иткән эш – ептәрҙе туҡыуға әҙерләү.
Буртаковка ауыл клубы мөдире Наталья Меркурьева өҫтәл станогында туҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ул Өфөлә туҡыу буйынса уҡыуҙа булған. Артабан туҡыусылыҡ түңәрәген асырға ниәтләй, бының өсөн клуб ике туҡыу станогы һәм кәрәкле материал һатып алған.
Март айында Туҡыу буйынса халыҡ оҫталарының II төбәк-ара форумы уҙҙы. Уның эшендә Нәзирә Әхкәмова, Регина Ғиниәтуллина, Зилиә Йосопова һәм Лилиә Солтанова составындағы Мәсетле районы делегацияһы ла ҡатнашты. Туҡыу эшен үҫтереү өсөн беҙҙең районда ике станок һатып алынған.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова