Хәрби-патриотик клуб етәксеһе Владимир Назаренко һәм остаз Константин Закомлистов үҙҙәренең белемен һәм оҫталыҡтарын клуб тәрбиәләнеүселәре менән уртаҡлаша алырлыҡ халыҡ оҫталарын эҙләй. Был ижади һәләттәрҙе генә үҫтермәй, балаларҙы халыҡ мираҫын ҡәҙерләргә, халыҡ оҫталарының хеҙмәтенә ихтирам менән ҡарарға өйрәтә, шулай уҡ тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләй.
Сара башында балалар ғәжәйеп тәбиғи материал – ҡайын туҙы хаҡында мәғлүмәт алды. Оҫта унан әйбер әҙерләү алымдары һәм серҙәре менән бүлеште, ниндәй матур нәмәләр эшләп булыуы хаҡында һөйләне.
Оҫталыҡ дәресенең практик өлөшө күнәк эшләүгә арналғайны (бал, ыуылдырыҡ, еләк һаҡлау өсөн ҙур булмаған ҡапҡаслы һауыт). Балалар остаз етәкселегендә туҙҙан буй киҫеү, үреү нигеҙҙәренә өйрәнде.
Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларға ҡайын туҙынан көнкүрештә ҡулланылған һауыт яһау бик оҡшаны.
Беҙҙең хәбәрсе.