Ауыл уртаһында иртәнән үк күңелле көйҙәр яңғыраны, төшкә табан мәсетлеләр сара уҙа торған урынға күпләп йыйылды. Масленица славян халыҡтарының байрамы булһа ла, күптән инде ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ, төрлө милләт халыҡтарын үҙенә йәлеп итә.
Йола буйынса, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күңел асыу программаһы һәм концерт номерҙары конкурс, халыҡ уйындары менән аралашып барҙы.
Ауыл халҡын район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов ҡотланы.
Сараны мәҙәкселәр алып барҙы. Әкиәт персонаждары Ҡар бабай, Мәскәй әбей, Шүрәле һәм Иван Дурак Яҙ урынын алырға тырышты. Әммә Яҙ еңеү яуланы. Мәсетлеләр рус халыҡ уйындары һәм конкурсында әүҙем ҡатнашты, үҙ һәләтен, көсөн күрһәтте: ҡоймаҡ бешереү, сүкеш ырғытыу, арҡан тартыу кеүек бик күп һынауҙар үтте.
Байрам ҡунаҡтарҙы тағы бер күңелле тамаша менән ҡыуандырҙы – борондан ҡалған йола буйынса ирҙәр бүләк эленгән текә бағанаға үрмәләне. Элек һынауҙы ҡатмарлаштырыу маҡсатында бағанаға һалҡын һыу һибелә ине, хәҙер был йышылған, шыма бағанала ла бик ҡатмарлы күренә. Кемдер ҙур ауырлыҡ менән, кемдер бик етеҙ менеп, оҡшаған бүләкте алырға өлгөрҙө.
Тамашасылар ҡатнашыусыларҙы дәррәү алҡышланы, күңел асты, көлдө, йырланы, бейене, шулай уҡ ҡоймаҡ менән һыйланды.
Аҙаҡтан Оло Ыҡтамаҡ ауылы учреждениелары һәм предприятиелары араһында конкурс уҙҙы. Жюри таҡмаҡ башҡарыу, Масленица кос-тюмы һәм батмусты ҡоймаҡ менән үҙенсәлекле итеп биҙәүҙе баһаланы.
Һөҙөмтәлә “Александр Нев-ский” казак хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре еңеүсе булды. Икенсе урында – “Родничок” балалар фольклор коллективы (лицейҙың 3 “А” класы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы), өсөнсө – ата-әсәләре менән балалар өсөн Мәсетле шифаханаһы коллективы.
Байрамдың төп ваҡиғаһы – ҡарасҡыны яндырыу. Ул ҡыштың китеүен, боҙ иреүен, тәүге яҙғы йылы килеүен һәм тәбиғәттең сәскә атыуын символлаштыра.
Наталья РУСИНОВА.