Осрашыуҙың маҡсаты – традицион урыҫ халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу һәм асыҡлау, йәшәп килгән байрам һәм йолалар тураһында мәғлүмәт яҙыу, район территорияһында йәшәгән рус халыҡ ижадын һаҡлау һәм көнүҙәк урынға ҡуйыу.
Эш төркөмө Түбәнге Бобин ауылы мәктәбендәге оло быуындың ғөрөф-ғәҙәттәре, уларҙың йыр, таҡмаҡ, хикәйәләрен, һандыҡ төбөндә ятҡан ҡәҙерле ысын хазина – костюм, сигеүле таҫтамал, һауыт-һаба һаҡланған музейҙа, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл клубында булды.
Шулай уҡ экспедицияла ҡатнашыусылар район Мәҙәниәт һарайының урындағы халыҡтың боронғо йырҙарын башҡарған “Рябинушка” халыҡ ансамбле ағзалары менән аралашты, улар ҡунаҡтарға боронғо баҫыу эштәре тамамланыу йолаһы – “етен тапау”ҙы күрһәтте. Коллектив етәксеһе Валентина Сизова милли кейем үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, иҫкергән һүҙҙәр һәм аңлатмалар яҙылған материалдар, Оло Ыҡтамаҡ ауылы йолалары тураһындағы фильм-дар менән таныштырҙы.
Мәсетле районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова Оло Ыҡтамаҡ ауылының тарихы һәм топонимикаһы тураһындағы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Студенттар ауылдар тарихы, күсеп ултырыусылар, райондың иҫтәлекле урындары һәм кешеләре менән ҡыҙыҡһынды. Хушлашҡанда етәкселәр һәм студенттар рус милли мәҙәниәте менән яҡындан танышырға ярҙам иткән ауыл халҡына, мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә һәм мәктәп уҡытыусыларына рәхмәттәрен белдерҙе.
Лариса ХУДЯКОВА,
“Башҡортостан рустары
соборы” Мәсетле районы бүлеге рәйесе.