Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
10 Февраль 2021, 13:40

Йәйғор төҫтәрендә балҡыны ҡул эштәре

Район үҙәгендә “Ҡорама йәйғор” конкурсының финалы уҙҙы.

Район Мәҙәниәт һарайы менән Яуыш ауыл клубы ойошторған был конкурс “Быуаттар мираҫы – беҙҙең байлыҡ” проекты буйынса уҙғарыла. Конкурс ғинуарҙа иғлан ителгәйне, тәүге этабы Яуыш клубында уҙҙы. Унда Мәсетле һәм Балаҡатай райондарынан 34 оҫта үҙ эштәрен тәҡдим итте. Был оҫталыҡ бәйгеһе тәжрибәле оҫтабикәләр менән бер рәттән йәштәрҙең дә ҡатнашыуы менән әһәмиәтле.
Ҡорама ҡорау кәсебе ҡайһы халыҡ араһында барлыҡҡа килеүен белгестәр ҙә аныҡ ҡына итеп әйтә алмай. Әммә, билдәле булыуынса, туҡыма киҫәктәренән кейем тегеү традицияһы урта быуаттарҙа уҡ башлана. Киҫәктәрҙән юрған, мендәр тыштары кеүек матур әйберҙәр тегә белеү һәр хужабикә өсөн ҙур оҫталыҡ һанала.
Һуңыраҡ иҫке кейем киҫәктәренән тегелгән әйбер өйҙән ҡара көстәрҙе, насар уйҙарҙы ҡыуа, именлек килтерә тип иҫәпләй башлағандар. Бөгөн, төрлө туҡымаларҙан тегелгән кейемдәрҙең бик күп төрө булһа ла, ҙур һөйөү менән, күңел йылыһы һалып тегелгән ҡорама әйберҙәр элеккесә юғары баһалана. Конкурсҡа тип әҙерләнгән бар эштәр ҙә, 60-тан ашыу экспонат, “Ҡорама йәйғор” күргәҙмәһендә урын алды. Юрғандар, панно, төрлө кейемдәр, кескәйҙәргә ваҡ моториканы үҫтереү өсөн китап та бар ине араларында.
Район Мәҙәниәт һарайы фойе- һында Әләгәҙҙән Ая Кашина, Яңы Мөслимдән Минзилә Ғибәҙуллина, Балаҡатай районының Яңыбай ауылынан Тәслимә Мөхәмәтова ҡорама әйберҙәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.
Эштәрҙең үҙенсәлектәренән һәм эшкә профессиональ ҡараштан сығып баһаланы бар өлгөләрҙе жюри ағзалары. Шулай итеп, “Тамашасылар һөйөүе” номинацияларында Әжекәйҙән Сания Фазлетдинова менән Әбдрәхимдән Альмира Хажиғәлиева билдәләнде, “Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн” – Тәслимә Ширғаҡова (Ишәле), “Ҡорама ҡорауҙа яңы ҡараш” – Ғәлиә Вәхитова (Оло Ыҡтамаҡ), “Текстиль коллаж” – Раушания Иштуғанова (Йыланыш ауылы), “Оригиналь художестволы ҡараш” – Ләлә Нафиҡова (Борғатья ауылы), “Быуаттар мираҫы” – Зәлифә Ғәлимова (Тайыш), Тәнзилә Ғәйнетдинова (Яуыш), Рәтифә Ғарипова (Яңы Мишәр), Тәнзилә Әхмәҙиева (Туҡбай).
III дәрәжә диплом Илгизә Лоҡмановаға (Ләмәҙтамаҡ), Гөлзинә Шакирйәноваға (Ҡорғат ауылы), Әлфирә Биктимероваға (Дыуан-Мәсетле) тапшырылды. II дәрәжә дипломына Минзилә Ғибәҙуллина (Яңы Мөслим) менән Людмила Глухова (Оло Ыҡтамаҡ) лайыҡ булды.
Район кимәлендә үткән оҫталар конкурсында Әләгәҙ ауылынан Ая Кашина (һүрәттә – уңда) еңеүсе тип табылды. Бәйге еңеүселәре “Ҡорама туй” республика конкурсында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.