Күп милләтле Мәсетле районы өсөн ҡатнаш никахтар темаһы бик тә актуаль. Төрлө милләт кешеләренең ғаилә ҡороуына бәйле кире һәм ыңғай яҡтары тураһында күп һөйләйҙәр, әммә районыбыҙҙағы интернациональ ғаиләләрҙең күплеге ундай никахтарҙың ныҡлы булыуы тураһында һөйләй.
Анастасия һәм Шахзод Таһировтар бына инде 10 йыл бергә бәхетлеләр, шуның ете йылын улар дуҫлашып йөрөгән. Ул милләте буйынса үзбәк, ҡыҙ – рус милләтле. Улар социаль селтәр аша таныша. Тәүҙә яҙышалар, һуңынан осраша башлайҙар. Оҙаҡ ваҡыт осрашып йөрөгәндән һуң, мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерергә ҡарар итәләр. Тәүҙә мосолман йолаһы буйынса никах уҡыталар, һуңынан туй яһайҙар. Йәш ғаилә ирҙең ата-әсәһе менән бергә йәшәй башлай, хәҙер улдары үҫеп килә.
Шахзод күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның ата-әсәһе Үзбәкстандан Башҡортостанға 90-сы йылдарҙа күсеп килә. Тәүҙә Балаҡатай районына барып урынлашалар, һуңынан Оло Ыҡтамаҡҡа килергә ҡарар итәләр. Ғаилә бизнесы асып ебәреп, хәҙер улар уңышлы үҫешә. Ғаилә бизнесын алға ебәреү өсөн Таһировтарҙың һәр ҡай-һыһы тырыша. Хеҙмәт был ғаиләлә һәр ваҡыт беренсе урында булды һәм булып ҡала.
– Ике яҡтан да атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙең мөнәсәбәткә ҡаршы булманы, – ти Анастасия. – Иремдең ата-әсәһе менән мөнәсәбәтем бик яҡшы. Мин уларҙы хөрмәт итәм һәм әйткәндәренә ҡолаҡ һалам. Атайым менән әсәйем дә кейәүҙәренән бик ҡәнәғәт. Минеңсә, күп милләтле никах халыҡтар мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнергә мөмкинлек биреп кенә ҡалмай, ә баланы төрлө милләт йолаларына хөрмәт менән ҡарарға өйрәтә. Беҙҙә дини сикләүҙәр юҡ. Ғаиләбеҙҙә барыһына ла рәхәт. Бар байрамдарҙы ла билдәләйбеҙ: Яңы йылға оливье әҙерләйбеҙ, ә наурыз байрамына – сумаляк, пасхаға йомортҡа буятабыҙ, масленицаға ҡоймаҡ бешерәбеҙ. Беҙҙә һәр ваҡыт ҡунаҡтар күп була.
– Ғаиләнең бер милләт вәкилеме, әллә төрлө милләттән булыуымы мөһим түгел, – ти Шахзод. – Именлек, гармония, ғаиләнең ныҡлығы бер-береңде хөрмәт һәм ғәфү итә белеүҙән, сабырлыҡтан, һәм ышаныуҙан, ғаиләгә етди мөнәсәбәттән, яуап-лылыҡтан торалыр ул. Мин үҙем атай-әсәйемдең яҡшы мөнәсәбәтен күреп үҫтем һәм балаларымды ла шулай тәрбиәләргә тырышам.