Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
25 Сентябрь 2020, 11:30

Иғтибар үҙәгендә – рус кейеме

Район Мәҙәниәт һарайында Баш-ҡортостан Республикаһының Төньяҡ-Көнсығышында йәшәгән рустарҙың традицион кейеме буйынса семинар уҙҙы.

Унда китапханалар һәм ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре, художество үҙешмәкәрлегендә ҡатнашыусылар, кейем тегеү оҫталары, казактар йәмғиәте ағзалары ҡатнашты. Семинарҙы күрше Дыуан районының Вознесенка мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре алып барҙы.
Вознесенка ауылы рустарының милли костюмы үҙенсәлектәре, уның хәҙерге замандағы әһәмиәте тураһында Любовь Чулкова һөйләне, Екатерина Петрова сығышты тулыландырҙы.
Любовь Витальевна күрше ауылдар кейемдәре, хужалыҡты алып барыу, көнкүреш кеүек үк, айырылып тороуын билдәләне. Күргәҙмә булараҡ яңынан тергеҙелгән кейемдәр: ҡыҙҙарҙың һәм кейәүгә сыҡҡан ҡатындарҙың, кейәү һәм кәләш өҫ кейемдәре, алъяпҡыстар, понева итәк, кафтан, еңһеҙ һырма, билбау һәм башҡа аксессуарҙар, Вознесенка ауылы халҡына хас боронғо кейемдәр ҡуйылған.
– Яҙмыш ҡушыуы буйынса беҙҙең яҡҡа күсеп килгән кешеләр бай булмаған. Шуға ла , уларҙың биҙәнеү әйберҙәре ябай. Көмөш, бик һирәк алтын, балдаҡтар һәм алҡалар, муйынсаҡтар, мәрйен менән биҙәлгән селтәрле яғалар осрай. Муйынсаҡтар – ҡатын-ҡыҙҙың яратып кейгән биҙәү әйбере, иң ярлы ҡатындың да байрам өсөн ике һәм көндәлек тормошта йөрөткән ябай епкә теҙелгән, арзан мәрйендән эшләнгән биҙәүесе булған. Иң ҡиммәтлеһе – гәрәбә һәм ынйы муйынсаҡтар, уларҙы хәллерәк ҡатын-ҡыҙҙар, мәҫәлән, тирмәнсе ҡатыны таҡҡан, – тип мәғлүмәт бирҙе ул.
Баш кейемдәре хаҡында һүҙ барғанда, Любовь Витальевна Вознесенка ҡатын-ҡыҙҙарының башҡа яулыҡ бәйләү үҙенсәлеге хаҡында ла һөйләп үтте һәм 22 төрлө бәйләү ысулын күрһәтте. Шулай уҡ, милли кейем тураһында мәғлүмәт йыйыу тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.
Үҙәк район китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Марина Худякова рус милләте кейеме тарихы тураһында китап күргәҙмәһе ойошторҙо. Сара һуңында мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Лариса Худякова семинарҙы алып барыусыларға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, мәсетлеләргә райондағы һәр ауылдың милли кейем тарихын өйрәнергә һәм шундай уҡ семинарҙар үткәрергә тәҡдим итте.
Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек маҡсатында ойошторолған сара матур һәм дуҫтарса йылылыҡ менән үтте.