Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
7 Февраль 2020, 21:31

Һалҡында ҡалған балан тик тәмләнә генә...

Йонос ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре халҡыбыҙҙың асылын, көнитмешен, мәҙәниәтен сағылдырған йолаларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлап, уларҙы киләсәк быуынға еткерергә тырыша. Бөгөнгө сараны улар баланға бағышланы.

Йоностар килгән ҡунаҡтарҙы гармун моңо аҫтында сәк-сәк, балан һуты менән ҡаршыланы. Байрамға йыйылыусыларҙы Йонос ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин сәләмләне. Ул ауыл биләмәһендә беренсе тапҡыр үткән Балан байрамын ойошторусыларҙың барыһына лә рәхмәт әйтте.
  • Балан һүҙен ишеткәндә, бала саҡтың яҡты хәтирәләре иҫкә төшә. Суйын йә балсыҡ көршәктәрҙә тәүлек буйы мейестә быҡтырылып, ҡуйырған, һорғолт төҫкә ингән балан – бала саҡтағы иң татлы хәтирәләрҙең береһе. Ҡышҡылыҡҡа тәлгәштәрен сыбыҡҡа теҙеп – бүкәнләп балан әҙерләүҙәр күптәрҙең хәтерендәлер. Күпме ғаиләләр ялан-ҡырҙарҙан тоҡлап йыйған был тәбиғи витамин ярҙамында оҙон ыжғыр ҡыштарҙы ауырыу-сырхауһыҙ сыҡҡан икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле ҡасан ғына беҙҙең өсөн ҡәҙерле ниғмәт булған, табын уртаһынан төшмәҫкә тейеш емеш бөгөн хаҡһыҙ рәүештә онотола бара. Баҙрап, күҙҙе ҡамаштырып ултырған уңышын ни эшләптер тиреп алырға ла иренә башланыҡ, – тип һүҙ башланы сараны ойоштороусы һәм алып барыусы Йонос ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Зифа Сәлмәнова. Уның һуңғы һүҙҙәре менән килешеп, залда ултырыусылар баш ҡаҡты.
  • Был көндө сәхнәлә Йонос, Тайыш, Әбдрәхим, Айып һәм Яңы Мишәр ауылдарының фольклор төркөмдәре, ағинәйҙәре тарафынан балан тураһында бик күп шиғырҙар һөйләнде, йырҙар йырланды. Бигерәк тә Тайыш ауылнан 76 йәшлек Зәлифә Ғәлимованың моңло йыры һәм ошо әсе емешкә арнап яҙған шиғыры барыһының да күңеленә хуш килде.
    Шулай уҡ сарала оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренән тоған күргәҙмә лә ойошторолған, айырым бер өҫтәлдә баландан әҙерләнгән ризыҡтар – бәлеш, ҡатыҡ, шәрбәт, ҡайнатма ҡуйылған ине.