Сувениры” күргәҙмәһен асыу тантанаһы булды. ул – бөтә төбәк оҫталары таланттарының ҙур смотр урыны. Быйыл күргәҙмә I Волга буйы халыҡ художестволы кәсептәр фестивале һәм “Йыл һөнәрсеһе-2019” конкурсы менән берлектә үтте.
Быйылғы күргәҙмә эшендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты. Форум ҡунаҡтары һөнәрселәрҙең экспозициялары ҡуйылған майҙансыҡтарҙы ҡараны.
Фестиваль-күргәҙмәлә Баш-ҡортостандың 198 оҫтаһы республиканың 56 район һәм ҡалаһы исеменән сығыш яһаны. Тағы ла 60 оҫта-һөнәрсе Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан килгән. Ҡатнашыусылар араһында – Силәбе өлкәһенән һәм Татарстандан күршеләр, илдең үҙәк – Мәскәү, Нижегородск, Липецк, Вологда өлкәләренән, Пермь крайынан оҫталар һәм башҡалар. Рәсәйҙең 16 төбәгенән, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ҡалалары һәм райондарынан оҫталар үҙ эштәрен презентацияланы. Улар-ҙың барыһы ла күңел йылыларын һәм таланттарын биреп үҙ ҡулдары менән эшләгән үҙенсәлекле, уникаль әйберҙәр тәҡдим итте.
Фестиваль-күргәҙмәлә этник стилдәге биҙәүестәр, панно, боронғо кәсеп традициялары буйынса яһалған көнкүреш һәм көндәлек тормоштағы предметтар, ҡулдан яһал-ған селтәрҙәр, кейеҙ әйберҙәр һәм башҡа күп нәмәләр ҡуйылғайны.
Беҙҙең район исеменән оҫталар Сажиҙә Фәйзрахманова (Әбдрәхим ауылы), Тәнзилә Ғәйнетдинова (Яңы Яуыш), Гөлфиә Ниғмәтуллина (Яңы Мишәр), Мәүжиҙә Аллаярова (Дыуан-Мәсетле) сығыш яһаны. Улар Төньяҡ-Көнсығыш башҡорттарының милли кос-тюмдарын күрһәтте.