– Һәр халыҡтың милли кейемдәре үҙенсәлекле. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының өҫ кейеме көньяҡ башҡорттарыныҡынан ҡырҡа айырыла. Был – беҙҙең үҙенсәлек һәм уны юғалтырға ярамай. Ауылдағы өлкән йәштәге апайҙарҙың һандыҡтарында күп йылдар элек тегелгән һәм элекке үҙенсәлекле биҙәктәрҙе һаҡлаған кейемдәр бар, – ти Һөләймәндә йәштәрҙе боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә ылыҡтырыу буйынса саралар-ҙы ойоштороусы Рида Зәйнетдинова.
Ошо көндәрҙә ойошторолған “Өләсәйемдең серле һандығы” сараһы Һөләймән оҫтабикәһе менән осрашыу ғына түгел, ә үҙенсәлекле фәһемле дәрес булды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Фәнүзә Дусмөхәмәтованан ауыл тарихы һәм уның кешеләре тураһында һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңланы. Фәнүзә апай 1962 йылда кейәүгә сыҡҡан. Уның һандығында ҡасандыр үҙе һәм ире кейгән туй кейемдәре яңы ғына килеш һаҡлан-ған. Балаларҙы бигерәк тә ирҙәр күлдәге ҡыҙыҡһындырҙы. Ул ниндәйҙер айырым әһәмиәткә эйә булған биҙәктәр тураһында һөйләне, ҡайһы кейемде ҡайҙа кейеүҙәре тураһында бәйән итте. Һәр әйберҙең үҙ тарихы бар.
Башҡорт туйының үҙенсәлектәренең береһе – суҡ өләшеү. Килендең кейәү йортонда суҡ таратыу йолаһы беҙҙең яҡтарҙа ғына бар. Әммә һуңғы йылдарҙа туйҙарҙа был күренеш һирәк күҙәтелә – йола онотолоп бара. Хәҙерге быуын был күркәм йоланы яңынан тергеҙһен өсөн суҡ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе булды.
Оҫтабикә Сәмәрйә Фазылова үҙҙәренең йәш саҡтарында нисек суҡ эшләүҙәре тураһында һөйләне һәм эшләп күрһәтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар бик мауығып өйрәнде, уларҙың да суҡ-тары матур килеп сыҡты.
Рида Зәйнетдинованың әйтеүенсә, балаларҙы ғөрөф-ғәҙәттәргә ылыҡтырып, ошондай оҫталыҡ дәрестәре үткәреп торғанда, халыҡ йолаларының һаҡланыуы һәм тергеҙелеүе өсөн борсолмаҫҡа ла мөмкин.