Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
22 Май 2019, 12:06

Ауылым ғорурлығы – Һыйыртау

Беҙ барыбыҙ ҙа ни менән дә бул-һа: балаларыбыҙ, атай-әсәйебеҙ, ҙур йәки әллә ни әһәмиәте булмаған ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ә һабанаҡтарҙың ғорурлығы – мөһабәт өс тау – Таштау, Ыйыҡтау һәм Һаҡтау араһында урынлашҡан Һыйыртау.

10 май Һабанаҡ ауылы кешеләре өсөн үҙенсәлекле датаға әйләнде. Был көндө составына ауылдың иң әүҙем һигеҙ ҡатын-ҡыҙы ингән “Ағинәйҙәр” берекмәһе Альмира Сәбиғиәрова етәкселегендә ошо тау хөрмәтенә байрам ойошторҙо.

Концерт программаһын тантаналы асыу өсөн район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова саҡырылғайны. Ул ауыл халҡына үҫешеп, алға барыуҙарын, ә “Ағинәйҙәр” берекмәһе ағзаларына башланғыстарында уңыштар теләне.

– Һеҙҙең ауылда ололар менән йәштәрҙең килешеп йәшәүен, проблемаларҙы бергәләп хәл итеүҙәрен һәм урамдар, ихаталар таҙалығы, матурлығы тураһында хәстәрләүҙәрен күреүе һөйөндөрә. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ауыл кешеләренең именлеген һәм үҙ-ара аңлашып йәшәүҙәрен ҡайғырта, алкоголизм менән көрәшә, ауыр ғаиләләр менән эшләй, йәштәр күмәкләшеп физик эшкә тотона: бөгөн артистар сығыш яһаған сәхнә уларҙың ҡулы менән эшләнгән, тау түбәһендә республика флагы төҫтәренән торған арт-объект барлыҡҡа килгән – ошоларҙың барыһы ла халыҡтың яйға һалынған эше тураһында һөйләй. Һабанаҡ – районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе һәм был һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, – тине ул.

Нәзирә Фазылйән ҡыҙы йылы һүҙҙәр әйтеп, ауыл кешеләренең ыңғай хис-тойғоларын тағы ла нығыраҡ арттырҙы.

Байрам күңелле, йәмле булды: баян уйнаны, халыҡ йырҙары яңғыраны, флеш-моб һәм бергәләп фотоға төшөү ойошторолдо. Байрамды үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кем рәхмәт һүҙҙәре ишетте һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.

Байрам һуңында балалар һәм ололарҙы күңелле спорт уйындарында ҡатнашырға саҡырҙылар, унда ҡатнашҡан һәр кемгә татлы бүләк бирелде. Ҡоролған сәй табынында ихлас һөйләшеп ултыр-ҙылар.

“Һыйыртау – ауылым биҙәге” байрамы ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмағанса үтте. Һабанаҡтарға ул бик ныҡ оҡшаны, һәм уны киләһе йыл да үткәрергә ҡарар иттеләр.

Наҙгөл ТӘКИЕВА.