Район Мәҙәниәт һарайында “Милли кейем – быуаттар мираҫы” зональ ғилми-ғәмәли конференцияһы булды. Был сара 2020-се йылда буласаҡ Фольклориадаға әҙерләнеү маҡсаты менән үтте һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды. Унда милли костюмдар буйынса белгестәр, Өфө һәм Красноуфимск ҡалаларынан, Дыуан, Ҡыйғы, Балаҡатай, Салауат, Ҡариҙел һәм Асҡын райондарынан мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары ҡатнашты.
Конференцияның төп темаһы баш-ҡорт милли костюмын һәм ғөмүмән, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү булды. Докладтарҙың тематикаһы нигеҙҙә БР-ҙың төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының этнографик костюмын реставрациялау һәм реконструкциялауға бағышланғайны.
Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сәләмләне.
Янсыҡ, сергетыш, ҡалҡан, көләпәрә, ҡәмәр. Кейем элементтарының был атамаларын йәштәр генә түгел, ә ололарҙың да ишеткәне юҡтыр, моғайын. Бөтә ошолар хаҡында “Мәргән уҡсы” атлы-һыбай атышын һәм традицион йәйәнән атыуҙы үҫтереү ойошмаһы директоры Юлай Ғәлиуллин һөйләне. Ул, ата-бабалар кәсептәрен тергеҙеүҙән тыш, милли ирҙәр кейемдәрен һәм аксессуарҙарын реставрациялау менән дә шөғөлләнә.
Залда ултырыусылар башҡорттоң тормошонда янсыҡтың ролен, үксә һәм түбәтәйҙең барлыҡҡа килеү тарихын ҡыҙығып тыңланы. “Күптәр төлкө ҡойроҡло бүректе башҡорт- тарҙың милли баш кейеме тип уйлай. Ләкин был улай түгел. Уны Башҡорт АССР-ының халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәров башҡорт бейеүен ҡуйыу өсөн уйлап сығарған”, – тине ул.
БР Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина конференцияла ҡатнашыусыларҙы 2020-сы йылғы Фольклориада ҡунаҡтары өсөн милли үҙенсәлек менән иҫтә ҡалырлыҡ сувенир- ҙар әҙерләргә өндәне.
Конференцияла шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалы уҡытыусыһы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында “Милли биҙәк” рубрикаһына әүҙем яҙышыусы Азат Ғарипов һәм рәссам, кейем дизайнеры Сәлимә Усманова сығыш яһаны. Ҡариҙел районы вәкилдәре 1700 йылғы күлдәкте тергеҙеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Милли башҡорт костюмдарындағы дефиле, һис шик-һеҙ, форумдың төп өлөштәренең береһе булды. Ул тағы ла бер тапҡыр башҡорт биҙәгенең сағыу төҫлөлөгөн, кейем элементтары башҡарылышының нәфислеген һәм төп халыҡ костюмдарының матурлығын күрһәтте.
Һөләймән, Һабанаҡ, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Туҡбай, Теләш, Яңы Яуыш һәм Яңы Мишәр ауылдары оҫта ҡатын-ҡыҙҙары, шулай уҡ Дыуан, Балаҡатай һәм Ҡариҙел райондарынан килгән ҡунаҡтарҙың эштәре күргәҙмәһе йәнле ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Шулай уҡ йәш быуындың башҡорттар тарихына һәм мираҫына ихлас ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүен күреү күңелле булды.
Күкрәксәләр, ҡалпаҡтар яһау, ҡабартмалы сигеү, тула баҫыу һәм аяҡ кейемдәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре конференцияла ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарға кейем элементтарын әҙерләү буйынса халҡыбыҙ рухындағы юғары оҫталыҡ ауылдарыбыҙҙа әлеге көндә лә йәшәүен күрһәтте.
Районыбыҙҙың хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙары бөгөн дә боронғо халыҡ биҙәктәре ҡулланылған йәки халыҡ кос-тюмдары стилендә башҡарылған кейем кейә. Был халыҡ костюмдарының тергеҙелеүе тураһында һөйләй һәм, әлбиттә, һөйөндөрмәй ҡалмай.
Ошо уҡ көндө Өфө ҡалаһынан “Китап” нәшриәте китаптарын һәм Учалы ҡалаһынан ҡатын-ҡыҙҙар стилле көмөш биҙәүестәрен һатыу ойошторолғайны.