Ауыл клубы фойеһында ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙар үҙ эштәренән күргәҙмә ойоштороп, оҫталыҡтары менән уртаҡлашты. Сигелгән таҫтамалдар нәфислектәре һәм сифаттары менән һоҡландырҙы. Ошонда уҡ быуындан-быуынға: өләсәйҙәрҙән әсәйҙәргә, әсәйҙәр-ҙән балаларына тапшырылыусы хәстәрлектәрҙе күрергә мөмкин ине.
Башҡорт йолаларын күрһәтеүҙә ете ауыл биләмәһе ҡатнашты. Теләш ауыл клубы элек ҡыҙҙарҙың нисек кис ултырып тегеү менән шөғөлләнгәндәрен күр-һәтте.
Дыуан-Мәсетле ауылынан килгән ҡунаҡтар “Бирнә” фольклор композицияһы алып килгән. Ҡорғаттар “Исем ҡушыу” йолаһын сәхнәләштергән. Тамашасы- ларға Йонос һәм Яңы Мишәр ауыл клубтары күрһәткән милли “Һабантуй” байрамы ла оҡшаны. Һөләймәндәр таҫтамалдар менән бейеү башҡарҙы. Байрам хужалары үҙҙәре – яуыштар ҡарт өләсәйҙәребеҙҙең нисек итеп ҡыҙ оҙатыуын күрһәтте. Һәр сығыш ныҡлап уйланылған ине һәм белемдәрҙе арттырҙы.
Байрамда ҡатнашҡандары өсөн “Аҡ йондоҙ”, “Ынйылар”, “Әхирәттәр”, “Ауылым ынйылары”, “Зөбәржәт”, “Умырзая” фольклор ансамблдәре, “Ҡомарт-ҡы” һәм “Үрнәк” халыҡ коллективтары, “Әхирәттәр” бейеү ансамбле Мәсетле районы мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Сараны юғары кимәлдә ойоштороп үткәргәндәре өсөн Яуыш ауыл клубы мөдире Сәмәрйә Солтановаға һәм уның художестволы етәксеһе Лилиә Солтановаға шулай уҡ рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ҡул эштәре күргәҙмәгә ҡуйылған Гөлфайза Ғөзәйерова, Әминә Аширгельдиева, Гүзәлиә Мостафина, Зәлиә Ғәйфуллина, Нурия Сөләймәнова, Тәнзилә Ғәйнетдинова, Сажиҙә Ханова, Рая Ғарипова, Земфира Сәйфуллина, Дамира Фәхрисламоваларҙы ла билдәләп үттеләр.
Байрамда өлкән быуындан алып иң йәштәргә тиклем төрлө йәштәге кешеләрҙең ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Сөнки бындай сараларҙың төп бурысы – халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу, йәш быуында баш-ҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм мираҫына һөйөү тәрбиәләү.