Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
28 Август 2018, 12:18

Оҫталар беҙҙә йәшәй

Йома, 24 августа, “Мәсетле оҫтаханаһы” III төбәк-ара конкурсы үтте. Ул беҙҙә инде яҡшы традицияға әйләнгән. Был юлы Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман райондарынан һәм Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районы, Әртә ҡала округы, Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районы оҫталары йыйылды.

Конкурс командалар парадынан башланды. Артабан сараны тантаналы асыу-ҙа ҡатнашыусыларҙы, көйәрмәндәрҙе Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин менән конкурсты ойоштороу комитеты рәйесе – хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сәләмләне.

Бәйге, ғәҙәттәгесә, командаларҙың үҙҙәре менән таныштырыуынан башланды. Бында I урынға Әртә районы командаһы сыҡты, II – Нуриман районы, III – Мәсетле һәм Балаҡатай райондары.

Артабан конкурс программаһы башланды. Тамашасылар һәм жюри оҫталарҙың утын ярыуына, мейес һалыуына, умартасылыҡтағы эштәренә, ҡойо өсөн бура бурауҙарына, башҡа төрлө ҡул эштәренә шаһит булды. Эргәләге тирмәләрҙә күңелле мәшәҡәттәр бара – усаҡ янында төтөн сыға, ҡаҙандарҙа аш бешә. Тирмәләр эргәһенә өҫтәлдәр ҡуйылғайны. Ҡатнашыусыларҙың байрамса, милли кейемдәрҙә сығыш яһауы, район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең, һәүәҫкәр артистарҙың һәм ҡунаҡтарҙың концерт номерҙары бәйгегә байрам төҫө бирҙе. Ысынлап та, был ябай конкурс түгел, ә оҫталар байрамы ине. Унда төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашты. Иң мөһиме – һәләт һәм үҙ оҫталығыңды башҡаларға күрһәтә белеү.

Мейес сығарыу оҫталарының эштәре бигерәк тә ҙур һоҡланыу тыуҙырҙы. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә май-ҙанда мейес һалып ҡуйҙы. Мейестәр төрлө ҙурлыҡта һәм формала килеп сыҡһа ла, уларҙың һәр ҡайһыһында ҡоймаҡ ҡойорға мөмкин ине. Был һөнәрҙә Ҡыйғынан Ғәли Ибраһимовҡа етеүсе булманы, II урын – Мәсетле районынан Ғәзинур Ғәлимовта, III урын – Дыуандан Евгений Шестаков менән Красноуфимск районынан Валерьян Ғарифуллинда. Иң шәп ҡоймаҡтар иһә Красноуфимск районынан Лилиә Юревичтыҡы, беҙҙең райондан Эльза Ғәлимованыҡы (II урын), Әртәнән Татьяна Фролованыҡы (III урын).

Балта оҫталарының ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Эш бик тиҙ барҙы, тапсыҡтар тирә-яҡҡа осоп ҡына торҙо. Балаҡатайҙан Айҙар Ғариповтың ҡойо бураһы бөтәһенән дә яҡшыраҡ килеп сыҡты – ул I урын алды. II урын – Нуримандан Әлфир Харисовта, III урын – беҙҙең райондан Илдар Шәриповта.

Төрлө тәбиғи материалдар менән эш иткән оҫталар янында ла тамашасылар күп йыйылды. Уларҙың ҡул эштәре матурлығы һәм күп төрлөлөгө менән таң ҡалдырҙы. Красноуфимск районынан Рәлиф Әхәтовтың изделиеһы иң үҙенсәлеклеһе тип табылды, II урынға Әртә районынан Марина Яркина сыҡты, III урын – Нуримандан Людмила Матюшинаныҡы.

Йөн эрләүселәр ҙә иғтибар-ҙы йәлеп итте. Ауыл ерендә йөн эрләй белеү бик тә мөһим, сөнки күптәр һарыҡ йөнөнән бәйләнгән әйберҙәргә өҫтөнлөк бирә. Был эштә иң оҫтаһы тип Балаҡатай районынан Рәйхана Әхмәҙиева табылды, унан һуң беҙҙең райондан Ләлә Нафиҡова килә, артабан – Нуримандан Лилиә Ғилметдинова. Йөн эрләүҙә Мәсетле районынан иң өлкән ҡатнашыусы ла бар ине. Ҡотоштан 80 йәшлек Зина Шакирова, йәшенә ҡарамай, башҡаларҙан һис ҡалышманы. Ул пенсияға тиклем Нуриманов исемендәге колхозда эшләгән. Йөн эрләргә 1967 йылда башлаған. Балалар үҫтергәндә башҡаса булмай, хәҙер инде балалары үҫеп бөткән, әммә мауығыуын Зина апай ташламаған. Бынан тыш, ул бәйләргә лә ярата.

Ҡабартмалы сигеү быйыл-ғы “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара бәйгеһенең яңылығы булды. Был бәйгелә беҙҙең райондан Дамира Фәхрисламова еңеү яуланы, II урын шулай уҡ беҙҙең вәкил Дания Вәлиеваға бирелде, III урынға Балаҡатай-ҙан Айгөл Игошкина лайыҡ булды.

Тегенселәр араһында һөҙөмтәләр түбәндәгесә: I урын – Дыуан районынан Татьяна Сазанова, II урын – Ая Кашина (Мәсетле), III – Надежда Крестьянинова (Нуриман).

Бәйге программаһына ярашлы, скрапбукинг, ҡул аҫтындағы материалдарҙан сувенир-ҙар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Бәйгегә Дыуан районынан тәүге тапҡыр килгән Елена Цепилованың яратҡан шөғөлө – бәйләү. Елена бәйләгән шәлдәр, күлдәктәр, ҡурсаҡ-шкатулкалар иғтибарҙы үҙенә тартып тора. Шәл бәйләү менән 15 йыл шөғөлләнә, бөгөн уларҙың һаны 120-гә еткән. Ҡурсаҡтарҙы өс йыл элек яһай башлаған. Шулай уҡ Гөлфәриә Мөхәмәтованың эштәре маҡтауға лайыҡ. Ул төҫлө ептәрҙән картиналар тыу-ҙыра. Епте әҙерҙе һатып ала.

Бесән сабыусыларҙың эштәре еңел түгел. Бында көс, етеҙлек, таһыллыҡ талап ителә. Һәр кем тота һалып салғы менән эш итә алмай. Был бәйгелә ҡыйғыларға етеүсе булманы, уларҙан һуң балаҡатайҙар килеп етте, артабан – нуримандар.

Умартасылар араһында I урын – Виктор Ушаковта (Балаҡатай), II урын – Зиннур Мөхәмәтйәновта (Мәсетле), III – Зиннур Зәйнетдиновта (Ҡыйғы).

“Мәсетле оҫтаханаһы” III төбәк-ара бәйгеһендә команда иҫәбендә беҙҙең оҫталар еңеүсе тип табылды, II урын – Нуриман районында, III – Балаҡатай районы командаһында. Бөтә командалар ҙа дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.


Бесән сабыу сәмле бара.


Ҡатындар ҙа мейес һала (Балаҡатай районы).


Ҡабартмалы сигеү халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.


Йылдар үткән һайын оҫталыҡ та арта.


Йөн эрләүсе оҫтабикәләр.


Яҡшы мейестә ҡоймаҡтар тәмле була.