– Гөлназ Халиҡ ҡыҙы, “Мәсетле оҫтаханаһы” конкурсы нимә ул һәм ниндәй маҡсат менән үткәрелә икәнен гәзит уҡыу-сыларҙың иҫенә төшөрөп үтәйек әле.
– “Мәсетле оҫтаханаһы” конкурсы 2011 йылда башланды, шул саҡта ул район кимәлендә үткәрелә ине. Район хакимиәтенең был конкурсты ойоштороуының маҡсаты – халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәтте пропагандалау һәм художестволы кәсебен, һөнәрен популярлаштырыу. Унан башҡа, беҙ ижади аралашыу һәм һынашыу мөхитен булдырыуҙы, оҫталарҙың эш һәм ижади бәйләнештәрен үҫтереүҙе теләйбеҙ.
Беренсе йылда уҡ “Мәсетле оҫтаханаһы” бәйгеһе беҙҙең район ҡул эштәре оҫталарына бай икәнлеген күрһәтте. Был кәсептәр халыҡ тормошонда мөһим урын алып торғаны һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыу-ҙырғаны аңлашылды. Шул ваҡытта был сараны күрше райондарҙан һәм өлкәләр-ҙән оҫталарҙы саҡырып даими үткәреү тураһында ҡарарға килдек.
Шуға күрә халыҡ оҫталарының аралашыу һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлеге тыуҙы. Был үҙенсәлекле оҫталарҙың осрашыуы һәр ваҡыт тамашасыларға ҡыҙыҡлы, сөнки конкурстарҙың айырым бер төрҙәре уникаль. Әлеге көндө конкурс төбәк-ара статусын йөрөтә, сөнки унда Башҡортостандан ғына түгел, ә Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Пермь крайынан командалар ҡатнаша.
– Конкурстың ҡағиҙәләре һәм үткәреү тәртибе тураһында аңлатып китһәгеҙсе.
– Конкурста район һәм ҡала округы командалары ҡатнаша. Һәр команда ун өс кешенән тора, уларҙың яртыһы 35 йәшкә тиклемге йәштәр.
Конкурс программаһында туғыҙ төрлө ярыш бар. Иң беренсеһе – визит карточкаһы. Һәр команда үҙе менән таныштырырға тейеш.
“Ҡойо өсөн бура бурау” конкурсында тиҙлек, башҡарыу сифаты һәм эш хәүеф-һеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү баһалана.
Тамашасыларҙа усаҡ өйөп яғып ебәреү эше ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Был конкурста ике кеше ҡатнаша (оҫта һәм уның ярҙамсыһы). Конкурста ҡатнашыусы бешереү плитаһы, ҡапҡас, йүшкә менән мейес һалырға һәм яғып ебәрергә тейеш.
Икенсе конкурсант яғылған мейестә ҡоймаҡ ҡоясаҡ.
Оҫта ҡатын-ҡыҙҙар һарыҡ йөнөн эшкәртергә: тетергә, иләргә, сиратырға, йом-ғаҡҡа урараға тейеш.
Ҡатнашыусылар тал сыбыҡтарынан кәрзин үреү һәм ҡорама тегеү һәләтен күр-һәтә ала.
Мәсетле районында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына ғына хас булған ҡабартмалы сигеү үҫешкән. Шуның өсөн ул конкурс программаһына айырым ярыш төрө итеп индерелгән.
Тамашалы һәм хәрәкәтсән ярыштар-ҙың береһе – бесән сабыу.
Умартасылар конкурсында лесканы(проволканы) ҡыҫанға тартып ҡуйырға һәм балауыҙларға кәрәк.
Унан башҡа, программала ирекле конкурстар ҙа бар, унда тамашасылар әйберҙең үҙенсәлеклеген һәм башҡарыу сифатын баһалаясаҡ.
Бәйгеләр тамамланғас, халыҡ кәсебе оҫталары еп иләү, кейеҙ баҫыу, скрапбукинг, бәйләү һәм ҡул аҫтындағы материалдарҙан иҫтәлекле бүләктәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
III “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара конкурсында беҙҙең ҡунаҡтар Мәсетле еренең ҡунаҡсыллығын тойһондар, конкурс уларҙа тик яҡшы иҫтәлектәр генә ҡалдырһын өсөн тырышасаҡбыҙ.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.