Традиция буйынса һабан байрамы сағыу парад менән башланды. Уны тарихи ГАЗ-63 асты. Ул – сыҙамлы, талымһыҙ һәм ҡулланыуҙа ҡатмарлы булмаған, бөтә ерҙән дә үтә алыу һәләтенә эйә йөк автомобиле. Ошо характеристикалары арҡаһында һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул халыҡ хужалығындағы кеүек, совет армияһында ла бик тә урынлы була. Йөк машинаһы руле артында эшҡыуар Наил Кинйәбаев ине, ул раритетлы машинаны һаҡлап ҡына ҡалмаған, ә реставрациялап алған. Артабан производство алдынғылары, предприятиелар һәм ойошмалар, ауыл биләмәләре, ил сиге һаҡсылары һәм казактар, шулай уҡ ирекмәндәр колонналары үтте.
1000 гектарға тиклем сәсеү майҙаны булған
еңеүсе хужалыҡтар башлыҡтары.
Әжекәй ауылынан Ғәтиәтуллиндар ғаиләһе колоннаһы.
Һабантуй-2018 батыры Адис Солтанов.
Милли көрәштә иң мөһим һәм тамашалы мәлдәрҙең береһе –
көрәшеүсене әйләндереп салҡан һалыу.
Елдән етеҙ саба юртаҡтар.
Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһенән Нурания Ғилметдинованың
ҡул эштәре күргәҙмәһен ейәнсәре Аделина тәҡдим итә.
Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе тирмәһе хужабикәләре.
Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе тирмәһе хужабикәләре.