Сараға республиканың һәм күрше төбәктәрҙең йәштәре йыйыласаҡ. Быйыл форум инде өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Уны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш-ҡарма комитеты, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Салауат районы хакимиәте.
Элекке йылдарҙағы кеүек үк, форумда белем арттырыу, ижади һәм спорт майҙансыҡтары эшләйәсәк. Ҡатнашыусыларға лекциялар һәм тренингылар ойоштороласаҡ. Ике көнлөк программала “Йәшлек моңо-2018” йәш башҡарыусылар төбәк-ара конкурсы, шәжәрә конкурсы, “Яратам һине, Башҡортостан!” бейеү флешмобы, грэпплинг буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли биҙәүестәр эшләү, милли музыка ҡоралдарында уйнарға һәм йәйәнән атыуға өйрәтеү, спорт һәм милли уйындар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында дискотека һәм башҡалар була.