Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
28 Май 2018, 16:59

Үткәнде тергеҙеп, киләсәгебеҙҙе булдырабыҙ

Милли костюм – быуаттар буйы тупланған баһалап бөтөргөһөҙ халыҡ мәҙәниәте байлығы. Башҡорт милли костюмы тарих, мәҙәниәт, йолалар һәм башҡорттарҙың йәшәү рәүеше тураһында һөйләй ала. Үткәнде тергеҙеп, киләсәгебеҙҙе булдырабыҙ.

Сибайҙа үткән “Сәсмәүерем, селтәрем-2018” башҡорт милли костюмы III төбәк ара фестиваль-конкурсының төп маҡсаты башҡорт костюмын өйрәнеү, һаҡлау, йолаларҙы үҫтереү; милли кейемде һәм ювелир әйберҙе тегеү буйынса һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү; традицион милли мәҙәниәт нигеҙендә үҫеп килгән йәш быуында эстетик зауыҡ булдырыу һәм тәрбиәләү.

Конкурс 2020 йылдағы Бөтөн донъя фольклориадаһына әҙерләнеүгә ярашлы ойошторолған. Унда республиканың Белорет, Сибай, Өфө, Учалы ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Мәсетле райондарынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән делегациялар ҡатнашты.

Бындай конкурста беҙҙең район вәкилдәре беренсегә ҡатнашты. Шулар араһынан“Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһының ағзалары: Тәнзилә Ғәйнетдинова (Яңы Яуыш ауылы), Дамира Фәхрисламова (Туҡбай ауылы), Илгизә Лоҡманова, Нурания Ғилметдинова (Ләмәҙтамаҡ ауылы), Сажиҙә Фәйзрахманова (Әбдрәхим ауылы) һәм Нәзирә Әхкәмова (Оло Ыҡтамаҡ ауылы).

Мәсетле районы делегацияһы күргәҙмәгә этнографик кейемдәр, башҡорт милли кейеме аксессуарҙары, ҡалпаҡтар, түшелдерек, иңбаш ҡайышы тәҡдим итте.

Мәсетле районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Фазылйән ҡыҙы тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

– Беҙҙең күрһәтелгән эштәр ысын уңышҡа өлгәште. Быға тиклем икенсе район вәкилдәренең республиканың нәҡ төньяҡ-көнсығыш баш-ҡорттарының милли костюмдарын күргәндәре юҡ ине. Беҙҙең ҡалпаҡтар, күлдәктәр һәм алъяпҡыстар уларҙың кейемдәренән байтаҡҡа айырыла ине. Беҙ күрһәткән оҫталыҡ дәресе лә ғәжәпкә ҡалдырҙы. Милли костюмдар парадында беҙ икенселәр араһында өҫтөнлөклө булып айырылдыҡ. “Афарин, мәсетлеләр!”- тип ҡысҡырҙылар беҙгә.

Конкурс 12 номинацияла үткән. Беҙҙекеләр шуларҙың алтауһында ҡатнашҡан. Йом-ғаҡтар яһағанда жюри күрһәтелгән әйберҙәрҙең төрлөлөгөн, үҙенсәлеклеген, башҡарыу ҡатмарлылығын әйтеп китте, һәм “Таҡыя” номинацияһында Тәнзилә Ғәйнетдиноваға гран-при бирергә бер-ҙәм ҡарар сығарҙы, “Янсыҡ” номинацияһында – Дамира Фәхрисламоваға.

Нурания Ғилметдинованың “Кейеҙ”, Сажиҙә Фәйзрахманованың “Түшелдерек”, Нәзирә Әхкәмованың “Этнографик кейем” номинацияларында эштәре II дәрәжә дипломдары менән баһаланды .

– “Сәсмәүерем, селтәрем-2018” башҡорт милли кейемдәр фестиваль-конкурсында ҡатнашып, беҙҙең район тарихы бай булыуын һәм үҙенсә уникаль икәнен башҡаларға күрһәттек. Бынан тыш, беҙ үҙебеҙ өсөн күп яңы нәмәләр белдек һәм тәжрибә тупланыҡ, – тине Нәзирә Әхкәмова.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.