Тәнзилә Ғәйнетдинова үҙенең ҡул эштәре менән.
Шуларҙың береһе – Яуыш ауылынан Тәнзилә Ғәйнетдинова. Ул бала саҡтан ҡорама ҡороу менән шөғөлләнә. Педагогия училищеһында уҡыған саҡта үҙенә кейемдәр тегә башлай. Ә ошо шөғөлдөң нескәлектәренә ҡул эштәренә маһир әсәһе төшөндөрә.
Тәүге милли күлдәген ул район ярышында ҡатнашыу өсөн хеҙмәт уҡытыусыһының һорауы буйынса тегә. Бик матур килеп сыҡҡанын күреп, ауылда мәктәп асыу тантанаһына уҡыусылар өсөн 16 пар костюм һорай-ҙар. Шулай итеп тиҙ арала ҡыҙ-егеттәргә милли кейемдәр тегеп бирә.
Тәнзилә апай костюмдарҙы тегеп кенә ҡалмай, ә уларҙың бөтә нескәлектәрен, төбәгебеҙгә генә хас биҙәктәрен, тамғаларын өйрәнә. Бында ул билдәле этнограф С. Н. Шитова һәм техник фәндәр кандидаты А. С. Камалиеваның китаптарына таяна.
Шулай итеп, ул милли күлдәктәргә, алъяпҡыстарға күҙҙең яуын алырҙай нағыштар сигә, тәңкәләрҙән, мәр- йендәрҙән һаҡал-селтәрҙәр теҙә.
Һаҡал эшләү өсөн ярым түңәрәк формаһындағы тәңкәләрҙе башта Сибайҙан һатып ала. Тик ҡиммәткә сыҡҡанын күреп, ғаиләһе ярҙамға килә: тормош иптәше Әхмәтйән Сәғит улы һәм улы Илдус үҙҙәре эшләгән ҡорамалда тәңкәләрҙе ярым түңәрәк формаға килтереп, тишеп әҙерләп бирәләр. Тәнзилә Мостафа ҡыҙы әле С. Н. Шитованың китабындағы 1977 йылда төшөрөлгән фото буйынса муйынсаны тергеҙеү өҫтөндә эш башлар-ға тора. Ундағы фотола – Дыуан-Мәсетле ауылынан 76 йәшлек Фәтҡыя Хажина. Тәнзилә апай шулай уҡ 92 йәшлек Сәмәриә Вәхитованың алъяпҡысынан биҙәген күсереп сиккән.
– Борон беҙҙең яҡтарҙа яулыҡ аҫтынан ҡалпаҡ кейгәндәр. Уның маңлай өлөшөнә йә тәңкәләр баҫылған, йә уҡа тегелгән, йә мәрйенләп сигелгән. Ошонан сығып, уның атамаһы ла төрлө: мәрйенле ҡалпаҡ, тәңкәле ҡалпаҡ, сикә ҡалпағы. Эйәк аҫтынан тәңкәләр баҫылған таҫма – һағалдырыҡ төшкән. Бер башлағас еренә еткереп эшләйек тип, ошоларҙы өйрәнгәндән һуң, ҡалпаҡтар тектем, – ти милли кейемдәр оҫтаһы.
Тәнзилә Ғәйнетдинова хаҡлы ялға сыҡҡансы 37 йыл мәктәптә башлан-ғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул Башҡортостандың Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “Мәғариф алдын-ғыһы” исеменә лайыҡ. Тәнзилә Мос-тафа ҡыҙы бөтә сараларҙа, конкурс- тарҙа һәм фольклор байрамдарында әүҙем ҡатнаша, күп йылдар дауамында “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе булып тора. Өфөлә үткән башҡорт милли кейемдәре байрамында ҡатнаша, “Төньяҡ-Көнсығыш башҡорттарының милли костюмдары” фәнни-ғәмәли конференцияһында түшелдерек әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Уның ҡул эштәре тирмәләрҙе, кабинеттарҙы биҙәй, ул теккән милли костюмдарҙа сәхнәләрҙә сығыш яһай-ҙар. Тәнзилә апайҙың хеҙмәте шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаттары, район һәм ауыл советы хакимиәттәренең почет грамоталары менән билдәләнгән.
Тәнзилә Мостафа ҡыҙының милли кейемдәребеҙ ҡиммәтен, нәзәкәтлеген, байлығын һаҡлаған эштәре һоҡландыра, ғорурландыра ғына.