Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ йолалары
12 Октябрь 2017, 02:00

Башҡорттар йыйылды йыйынға

6 октябрҙә Республика көнөнә арналған күләмле сараларҙың береһе – “Башҡорт мәҙәниәте көндәре” үткәрелде. Теләш, Тәкә, Ишәле ауылдары халҡы күрше Балаҡатай районынан, Свердловск өлкәһенең Красноуфим һәм Екатеринбург ҡалаларынан, шулай уҡ райондың Әй буйында урынлашҡан барлыҡ башҡорт ауылдарынан ҡунаҡтар ҡабул итте. “Йыйын”дан башланған был сараны кемдер “көҙгө һабантуй” тип тә нарыҡланы. Ә халҡыбыҙ тарихында бындай йыйындар йыш үткәрелгән: ауылдар, төбәктәр, ырыуҙар танышыу, дуҫлашыу, аралашыу, кәңәшләшеү форсатынан шулай осрашыр булған. Ҡунаҡ ҡаршылау йолаһы шағир-сәсән Рәшит Әхтәриҙең “Ишәле йыйыны” әҫәрендә лә тасуирлана. Уның менән “Башҡорт халыҡ ижады” күп томлығының өсөнсө баҫмаһында танышырға мөмкин. Йола буйынса, майҙанда ир-уҙаман бил һынашты, көс барланы, ҡатын-ҡыҙҙарға эйәреп көйәнтәләп һыу ташырға, тоҡ кейеп уҙышырға, көршәк ватырға өлгөрҙө (фотола һыу ташыйҙар). Уйындар йыр-моң менән үрелеп барҙы... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 13 октябрендәге 82-се һанында уҡығыҙ.