

р 1,2 км оҙонлоҡтағы участкала асфальт түшәй. Эштәрҙе урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы тейешле торошта тотоу сиктәрендә Салауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Мәсетле участкаһы хеҙмәткәрҙәре башҡара. Шулай уҡ Әләгәҙ-Мәләкәҫ участкаһында, яңы материал өҫтәп, ҡырсынташ юл тигеҙләнә.
Быйыл шулай уҡ Мәсетле юлсылары Әжекәй ауылына илткән юлды төҙөкләндерҙеләр. Улар ике километр оҙонлоғондағы юлдың асфальт-бетон япмаһының туҙған ҡатламын тергеҙгән, шулай уҡ юл ситенә ҡырсынташ һипкән. Был иһә хәрәкәт хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын күпкә арттырасаҡ.
Бынан тыш, район буйынса юлдарҙы комплекслы төҙөкләндереү алып барыла: буяу эштәре башҡарыла, юл билдәләре яңыртыла, соҡорҙар ямала. Быйыл Оло Ыҡтамаҡ – Яңы Балаҡатай автомобиль юлындағы Тракт урамы буйлап “Игеҙәктәр” магазинынан алып һабантуй яланы боролошона тиклем 2 км араны ремонтлау (туҙған ҡатламды яңыртыу) ҡаралған. Был саралар транспорт хәрәкәтен уңайлыраҡ итеүгә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән.
Халыҡты сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар менән тәьмин итеү өсөн, район етәкселеге билдәләүенсә, ремонт эштәре киләсәктә лә дауам итәсәк.
Белешмә
Башҡортостанда 2026 йылда дөйөм оҙонлоғо 570 км төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юл участкалары, шулай уҡ 23 күпер тәртипкә килтерелә. Республиканың юл селтәрен төҙөүгә, ремонтлау-ға һәм тәртиптә тотоуға 44,7 миллиард һум йүнәлтелә, шул иҫәптән 7,2 миллиард һум – федераль бюджеттан. Яҡынса 8 миллиард һум аҡса “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса автомобиль юлдарын яңыртыуға йүнәлтелә. Һүҙ 200 км самаһы юлды ремонтлау тураһында бара.
Луиза ЗАКИРОВА.