Мәшғүллек үҙәгенә – 35 йыл

Быйыл райондың мәшғүллек хеҙмәте юбилейын билдәләй. 19 апрелдә уның асылыуына 35 йыл тулды.

Мәшғүллек үҙәгенә – 35 йылМәшғүллек үҙәгенә – 35 йыл
Мәшғүллек үҙәгенә – 35 йыл

Үҙәктең тарихы ХХ быуаттың 90-сы йылдары башында башлана. Илдә үткәрелгән социаль һәм иҡтисади сәйәсәт хаҡтарҙың күтәрелеүенә һәм килемдең түбәнәйеүенә килтерә, уның һөҙөмтәһендә халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйә. Эшһеҙҙәр һаны арта. Граждандарҙы социаль яҡлау сараларын көсәйтеү өсөн халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программаһы әҙерләнә. Уға ярашлы, 1991 йылдың 19 апрелендә “Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге тураһында” закон ҡабул ителә һәм Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте булдырыла.
Мәсетле районы халыҡ мәшғүллеге бюроһы рәсми рәүештә 1991 йылдың 24 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитетының 316-сы ҡарары менән ойошторола. Бер үк ваҡытта Мәшғүллек фондын булдырыу һәм эшһеҙ граждандарҙың мәшғүллеген ойоштороу буйынса сараларҙы финанслау тураһында положение сыға.
Был мөһим дата уңайынан Мәсетле кадрҙар үҙәгендә был хеҙмәтте ойоштороуҙың башланғысында торған, күп йылдар үҙҙәрен халыҡҡа эш эҙләүҙә ярҙам итеүгә бағышлаған шәхестәрҙе айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алалар. Мәсетле кадрҙар үҙәгенең хеҙмәт ветерандары айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Уларҙың хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һәм эшкә тоғролоғо бөгөнгө эшмәкәрлеккә ныҡлы нигеҙ һала. Мәсетле районында халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең тәүге директоры – Нурсилә Дәүләйева. Артабан етәксе вазифаһын Гөлнәзирә Ғарипова (1991-1992), Вәрис Вәлиев (1993–1996), Ғабдулла Хәсәнов (1997–1999), Әмирйән Сәлимов (1999–2000), Миңһылыу Ханова (2001–2009), Гөлназ Ҡадирова (2009–2011), Гөлнара Бикташева (2011–2020) биләй. Илшат Хәсәнов, Гөлшат Хәкимова, Ирина Хөсәйенова, Зөһрә Ханова күп йылдар кешеләргә һөнәр табырға ярҙам итә һәм иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙыра.
2020 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Мәсетле районы буйынса республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең территориаль бүлеге начальнигы вазифаһын Иршат Бәйтуллин башҡара.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең төп функцияһы – халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, иҡтисади әүҙемлеген дәртләндереү өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм ошо мәсьәләләр буйынса урындағы үҙидара органдары, предприятиелар, учреждениелар һәм район ойошмалары эшмәкәрлеген координациялау.
Әлеге ваҡытта кадрҙар үҙәгендә туғыҙ хеҙмәткәр иҫәпләнә: бүлек начальнигы, биш инспектор, хеҙмәт буйынса белгес, водитель, йыйыштырыусы. Инспекторҙар автоматлаштырылған режимда эшләй. Мәшғүллек хеҙмәте заман менән бергә атлай, мәғлүмәт технологиялары яңы эш алымдарын талап итә.
Халыҡ мәшғүллегенә бәйле мәғлүмәт рәсми сайтта, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә, халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең мәғлүмәт залында көн һайын яңыртылып тора: районда, Башҡортостан Республикаһында һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәү урыны менән вакансиялар, һөнәри белем алыуға саҡырыу тураһында иғландар, уҡыу йорттары исемлеге менән популяр һөнәрҙәргә күҙәтеү һәм башҡалар бирелә. Эште өйҙән генә “Рәсәйҙә эш” дөйөм Рәсәй порталы ярҙамында эҙләргә мөмкин.
Райондың Мәшғүллек үҙәгендә озаҡ йылдар инспектор Әлфиә Ғәлимова (26 йыл), төп инспектор Анира Батталова (15 йыл), водитель Рәйес Мофазалов (14 йыл), хеҙмәт буйынса белгес Эльмира Юнысова (ете йыл) эшләй.
2024 йылда Мәсетле районының мәшғүллек үҙәге бинаһы “Кадрҙар” милли проекты буйынса яңыртылды һәм “Рәсәйҙә эш кадрҙар үҙәге” тип үҙгәртелде.

Беҙҙең хәбәрсе.

Мәшғүллек үҙәгенә – 35 йыл
Мәшғүллек үҙәгенә – 35 йыл
Автор: