Был мәғлүмәттәр 10 декабрҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында яңғыраны.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында өс яңы ауыл мәҙәниәт объектының, шул иҫәптән Яңы Мөслимдә ауыл мәҙәниәт йортоноң эшенә старт бирҙе.
Уны төҙөү эштәре 2024 йылдың июлендә башланды. Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 126,14 миллион һум тәшкил итте. Дөйөм майҙаны 897 квадрат метрлыҡ бер ҡатлы бинала 150 урынға иҫәпләнгән тамаша һәм хореография залдары бар. Бынан тыш, бинала дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеү өсөн бүлмә, китапхана ҡаралған. Бында шулай уҡ драма түңәрәге эшләйәсәк, аэробика буйынса дәрестәр уҙғарыласаҡ.
– Һеҙҙе яңы клуб менән ихлас ҡотлайым. Сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт, беҙ ошо бинаны оҙаҡ төҙөнөк, барыһы ла килеп сыҡты, – тине Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт йортон видеобәйләнеш режимында асҡанда. – Инде Яңы йыл байрамдары үҙегеҙҙең клубта уҙһын.
– Был проект “Берҙәм Рәсәй” партияһының халыҡ программаһы, “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың төбәктең социаль инфраструктураһын үҫтереү буйынса маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә ғәмәлгә ашырылды. Мәҙәниәт министрлығына, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына, республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығына юғары профессионаллек һәм бөтә этаптарҙа ла эште яҡшы ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәм, – тине район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин. – “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль подрядсыһына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бындай объектты өр-яңынан, ваҡытынан алда төҙөү – киң компетенциялар һәм эшкә тоғролоҡ күрһәткесе ул. Мәҙәниәт йорто балаларҙы ла, йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итер, бында яңы идеялар, ауылды артабан үҫтереү проекттары тыуыр тип ышанам. 23 декабрҙә яңы клубта тантаналы сара үткәреү планлаштырыла.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Радий Хәбиров 2026 йылға мәҙәниәт өлкәһендә төп пландарҙы билдәләне.
– Быйыл “Ғаилә” милли проектын ғәмәлгә ашырыу башланды. Беҙгә федераль аҡсалар бүленә лә инде. 2026 йылға – ул 800 миллион һум самаһы, улар шул иҫәптән ауыл мәҙәниәт йорттарын ремонтлауға йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ Өфө дәүләт циркын төҙөкләндерә башлайбыҙ, быға аҡса бар. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһын да дауам итәсәкбеҙ, унда ла федераль ярҙам йәлеп итәбеҙ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән, Совет ағзаларынан ауыл тураһында онотмауҙарын һораным. Бөгөн беҙ тантаналы рәүештә бер нисә яңы мәҙәниәт объектын астыҡ, уларға артистар, төп театрҙарыбыҙ труппалары киләсәк. Ауыл тураһында һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк – унда мәҙәниәткә ихтыяж ҡалаларға ҡарағанда ла көслөрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.