Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
2 Декабрь 2025, 09:55

Мәсетле районында яңыртылған кадрҙар үҙәге эше

Республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин видеобәйләнеш режимында Дыуан һәм Баҡалы райондарындағы ике яңы заманса модулле кадрҙар үҙәге эшенә старт бирҙе.

Мәсетле районында яңыртылған кадрҙар үҙәге эше
Мәсетле районында яңыртылған кадрҙар үҙәге эше

Уларҙы “Кадрҙар” милли проектының “Халыҡ мәш-ғүллеге хеҙмәте селтәрен комплекслы модернизациялау” федераль программаһы буйынса төҙөнөләр.
Башҡортостан 2019 йылда күләмле проектҡа ҡушылды һәм ошо ваҡыт эсендә 468 миллион һум күләмендә федераль ярҙам алды. Төбәк бюджетынан тағы 441 миллион һум бүленде. Республикала бөтәһе 51 яңыртылған “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге эшләй. Модуль биналар стандарттарға ярашлы биналар булмаған муниципалитеттарҙа төҙөлә. Яңы алымдар һөҙөмтәһендә 2021 йылдан эшкә урынлашыу ваҡыты 33,5 процентҡа (142 көндән 94,5 көнгә тиклем), ә эшһеҙлек ваҡыты оҙайлығы 42,5 процентҡа кәмегән.
Былтыр ошо милли проект буйынса Мәсетле районы мәшғүллек үҙәге бинаһы яңыртылды һәм уның исеме “Рәсәй эше кадрҙар үҙәге” тип үҙгәртелде.
– Яңы бинала халыҡҡа уңайлы булһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: электрон сират, интернетҡа сығыу мөмкинлеге булмағандар өсөн компьютер бар, ә инспекторҙарыбыҙ һәр саҡ ярҙам итергә, барыһын да аңлатырға әҙер. Үҙәктә күп функциялы уҡыу класы барлыҡҡа килде, унда эш биреүселәр менән осрашыуҙар, уҡыу курстары, төрлө саралар үткәрелә. Ярҙам бушлай күрһәтелә һәм эшкә урынлаш-ҡанға тиклем дауам итә, – тип билдәләй директор Иршат Бәйтулин. – Мәсетле районы буйынса кадрҙар үҙәге шулай уҡ “Рәсәй эше” берҙәм һанлы платформаһында электрон форматта эшкә урынлашыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.
Үҙәктә Иршат Бәйтулин етәкселегендә үҙ эшен яҡшы башҡарған белгестәр командаһы эшләй: төп инспектор Анира Батталова, инспекторҙар Әлфиә Ғәлимова, Зәлиә Фәхрәзиева, Сажиҙә Хәйретдинова, Гөлшат Шакирова, хеҙмәт буйынса белгес Эльмира Юнысова, водитель Рәйес Мофазалов.
– Мин ойошмала 20 йылдан ашыу эшләйем, был ваҡыт эсендә хеҙмәттәр үҙгәрмәне, әммә инвалидтар һәм МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн субсидиялар өҫтәлде. Яңыртылған бинала эш шарттары яҡшырҙы, йәмле һәм уңайлы, – тип һөйләй Әлфиә Ғәлимова.
Күптән түгел Мәсетле районы буйынса республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең территориаль бүлегендә “Берҙәм Рәсәй менән карьерам” федераль партия проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар клубтары” проектына ярашлы оҫта Оксана Азимова ротанг менән үреү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Ул, ҡасандыр был эш менән мауығып, күңеленә ятҡан шөғөл таба. Мәшғүллек үҙәге инспекторҙары ярҙамында Оксана Валерьяновна социаль контракт төҙөй, бизнес-план эшләй һәм үҙ эшен аса.
– Ротанг менән үреү – ул ҡул эше генә түгел, ә медитатив күнегеү ҙә, – ти Оксана Азимова. – Ул көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, ижадҡа сумырға, эске гармонияға эйә булырға мөмкинлек бирә.
Эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған биш ҡатын оҫталыҡ дәресендә төп техниканы үҙләштереп кенә ҡалманы, үҙ көстәренә ышаныстары ла артты. Бөгөн үреп эшләнгән изделиелар, атап әйткәндә, кәрзиндәр, сумкалар һәм хатта мебель бик ҙур популярлыҡ менән файҙалана, тимәк, был һөнәри үҫеш үҙ бизнесыңды башлау өсөн яҡшы мөмкинлек бирә.
Яңыртылған Рәсәй эше кадрҙар үҙәктәре Башҡортостан халҡы өсөн ысын үҫеш нөктәһенә әүерелә, унда эш табырға ғына түгел, ә яңы һөнәр алырға һәм хыялдарыңды тормошҡа ашырырға мөмкин.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Мәсетле районында яңыртылған кадрҙар үҙәге эше
Мәсетле районында яңыртылған кадрҙар үҙәге эше
Мәсетле районында яңыртылған кадрҙар үҙәге эше
Мәсетле районында яңыртылған кадрҙар үҙәге эше
Автор: