Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
24 Ноябрь 2025, 10:10

Ун йыл профессиональ үҫеш юлында

Мәсетле районының Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге ун йыллыҡ юбилейын ҡаршыланы.

Ун йыл профессиональ үҫеш юлында
Ун йыл профессиональ үҫеш юлында

Халыҡҡа хеҙмәттәрҙең киң спектры менән уңайлы һәм һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеге биргән учреждениеның юбилей датаһы уңайынан уның район үҫешенә индергән өлөшөн билдәләп үтеү мөһим. Ошо ун йыл эсендә Күп функциялы үҙәк, документтар һәм консультациялар алыу процесын күпкә ябайлаштырып, граждандар өсөн ышаныслы ярҙамсыға әйләнде.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙәк коллективын юбилейы менән ҡотланы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең юғары профессиональ сифаттарын, яуаплылығын, һәр килеүсегә иғтибарлы мөнәсәбәтен билдәләне. Тап ошо сифаттар Күп функциялы үҙәктең район халҡы араһында танылыу яулауына, ышанысына лайыҡ булыуына килтерә.
Уңышлы хеҙмәт һәм ҙур профессиональ ҡаҙаныштар өсөн Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән үҙәктең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре Таңһылыу Ғәниева, Татьяна Мөбәрәкшина һәм Оксана Чебыкина бүләкләнде. Мәсетле районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән Илгизә Ҡотлоәхмәтова, Юлиә Хәмитова, Луиза Хөпөтдинова һәм Эльвера Фәйезова билдәләнде.
Күп функциялы үҙәк 2015 йылдың 11 ноябрендә эшләй башлай. 2024 йылда тулыһынса заманса стандарттарға һәм талаптарға тап килгән яңыртылған бинаны асыу тантанаһы уҙа.
Бөгөн Күп функциялы үҙәктең хеҙмәттәр ассортиментына 400-ҙән ашыу позиция инә: федераль власть органдары хеҙмәттәре – 102, республика – 161, муниципаль – 56 һәм башҡа хеҙмәттәр – 88. Хеҙмәттәр күрһәтеүҙең бындай киң мөмкинлеге халыҡҡа документтар әйләнешендә эшен еңеләйтә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыуҙы һәр граждан өсөн уңайлы һәм арзан итә.
Күп функциялы үҙәктең ете йылдан күберәк эшләгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәре учреждениеның айырыуса ғорурлығы булып тора. Татьяна Мөбәрәкшина менән Таңһылыу Ғәниева ойошмаға 2018 йылда килеп, шул ваҡыттан алып үҙ вазифаларында намыҫлы эшләйҙәр.
Татьяна Мөбәрәкшина Байкал аръяғы Нерчинск-Завод районының Булдуруй-2 ауылында тыуған, 2007 йылда мәктәпте тамамлай һәм Көнсығыш-Себер дәүләт университеты ҡарамағындағы технология колледжына “Юриспруденция” һөнәре буйынса уҡырға инә. Мәғариф учреждениеһы Көнсығыш-Себер дәүләт технология һәм идара итеү университеты тип үҙгәртелгәндән һуң уҡыуын ошонда дауам итә.
2017 йылда Татьяна Ивановна ире менән Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә, ә бер йылдан Күп функциялы үҙәктә операциялар башҡарыу төркөмөнөң төп белгесе вазифаһында эшләй башлай, һуңыраҡ шул уҡ төркөмдөң артабанғы контроль буйынса төп белгесе вазифаһына күсә.
– Эшләй башлағанда яңы программаларҙы һәм хеҙмәттәрҙе үҙләштереүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙы, улар 200-гә яҡын ине, – ти Татьяна Ивановна. – Ғариза биреүселәр менән аралашыу ҙа еңел түгел, һәр кемгә айырым ҡараш табырға кәрәк.
Бөгөн Татьяна Ивановна операциялар башҡарыу төркөмөнөң артабанғы контроль секторы баш белгесе булып тора. Уның профессиональ һәм һөҙөмтәле хеҙмәте Мәсетле районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Таңһылыу Ғәниева ла хеҙмәтенә тоғро. Ул Йонос ауылында тыуған. 2001 йылда мәктәпте тамамлай һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә, география һәм биология уҡытыусыһы дипломын ала. 2005 йылда Таңһылыу Таһир ҡыҙы кейәүгә сыға һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп киләләр, бер нисә йылдан ситтән тороп Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын тамамлай.
Күп функциялы үҙәккә килгәнгә тиклем “Ҡарағай” шифаханаһында секретарь, Башҡорт гимназияһында тәрбиәсе һәм Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығының кадрҙар бүлегендә белгес булып эшләй. Күп функциялы үҙәктә Таңһылыу Таһир ҡыҙы карьераһын операциялар башҡарыу төркөмөнөң төп белгесе вазифаһында башлай, ә 2021 йылда уны баш белгескә тиклем үрләтәләр.
– Өс аҙна стажировка үттем, тәүҙә хеҙмәттәр һорап мөрәжәғәт иткән кешеләр менән аралашҡанда бик тулҡынландым. Әммә әкренләп тәжрибә менән ышаныс та артты. Эшебеҙҙә стресҡа сыҙамлылыҡ, яуаплылыҡ, эшһөйәрлек кеүек сифаттарға эйә булырға кәрәк, тип иҫәпләйем, – ти Таңһылыу Таһир ҡыҙы.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Таңһылыу Ғәниеваға 2018 һәм 2019 йылдарҙа Күп функциялы үҙәк етәкселеге, шулай уҡ 2020 йылда Мәсетле районы хакимиәте Рәхмәт белдерә. Күп йыллыҡ хеҙмәте, һөнәренә тоғролоғо һәм учреждение үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн 2024 йылда Күп функциялы үҙәктең республика дәүләт автономиялы учреждениеһы Почет грамотаһына лайыҡ була.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: