Һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров Ватан азатлығы өсөн ғүмерен биргән мәсетлеләрҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Шулай уҡ Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашырға һәм был мәсьәләне ҡарарға ҡушты.
– Әгәр Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы: “Бына ошо биләмәлә булыуын теләйбеҙ” тиһә, бының өсөн “Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһына йүнәлтелгән аҡсаны бүләсәкбеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Республика Башлығы шулай уҡ өҫтәне:
– Беҙҙә МХО-ла ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәйкәлдәрҙе хәҙер эшләй башларға кәрәк йәиһә юҡ тигән ниндәйҙер ҡаралған эш стандарты һәм ҡарар юҡ. Район хакимиәте башлығы үҙе ҡарар ҡабул итә һәм бының өсөн район халҡы менән аралашырға кәрәк. Әгәр һеҙ шундай ҡарар ҡабул итһәгеҙ, әйҙәгеҙ, эшләйек. Әммә Өфөлә мин әлегә МХО-ның тамамланыуын көтәм һәм ул саҡта бөтә дөйөм “картина”ны аңлармын. Быны эшләйәсәк рәссам бар. Ул – Салауат Щербаков. Урын, тәүге проекттар бар. Әммә беҙ уны махсус хәрби операция тамамланғас төҙөй башлаясаҡбыҙ. Районығыҙға килгәндә, эйе! Финанслауҙы табырмын. Үҙегеҙ быны нисек күрергә теләгәнегеҙҙе әйтегеҙ. Беҙ ошоно иҫәпкә алып эшләйәсәкбеҙ. Ҡайҙалыр ошондай эшкә тотондолар ҙа инде. Мин үҙем Стәрлетамаҡта һәйкәл асыу тантанаһында булдым. Унда МХО геройҙарына һәйкәл ҡуйылған да инде. Был урынға кешеләр килә һәм сәскәләр һала. Моғайын, ваҡыт еткәндер.