Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
17 Сентябрь 2025, 10:45

Уҡыусылар менән әңгәмә

Белем көнөндә Мәсетле районы прокуратураһы вәкиле Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыларының тантаналы сараһында һәм асыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Уҡыусылар менән әңгәмә
Уҡыусылар менән әңгәмә

Прокурор урынбаҫары Руслан Ғәлләмов уҡыусылар менән прокуратура органдары эшмәкәрлеге, уның тарихы, хәҙерге йәмғиәттә һәм власть органдары системаһындағы бурыстары, роле мәсьәләләре буйынса әңгәмә үткәрҙе. Йөкмәтелгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың сағыу һәм ыңғай миҫалдары яңғыраны, прокурор һөнәрен һайлауға йәш быуынды профессиональ ойоштороу темаһы күтәрелде.
Бынан тыш, Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Айгиз Миңлеәхмәтов менән берлектә кибермутлашыу, дропперлыҡты (мутлашыусыларға енәйәт юлы менән алынған аҡсаны сығарырға һәм аҡсаға әйләндерергә ярҙам итеү) иҫкәртеү, наркотиктарға ҡаршы көрәш өлкәһендә аңлатыу эштәре алып барылды.
Радмир ХӘБИРОВ,
район прокуроры.

Автор: