Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
1 Сентябрь 2025, 12:20

Газлаштырыу – ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға бер аҙым

Ҡорғат ауылында күптән көтөлгән газ үткәреү бара, планлаштырылған 171 йорттоң 30-ына зәңгәр яғыулыҡ үткән. Ғүмеренең күп өлөшөн Ҡорғатта үткәргән Мәүлиҙә Шәрәфетдинова өсөн был үҙгәреш кешеләр тураһында хәстәрлек күреү һәм уларға уңайлылыҡ булдырыу булып тора.

Газлаштырыу – ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға бер аҙым
Газлаштырыу – ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға бер аҙым

Мәүлиҙә Хәкимйән ҡыҙы Ҡорғат ауылында 1967 йылдан йәшәй. Буласаҡ ире эшләгән Учалы ҡалаһынан күсеп килә. Ул ваҡыт ҡыҙ үҙенең яҙмышы артабан нисек буласағын күҙ алдына ла килтермәй. Әсәһенең хәлен белергә ҡайтырға йыйынған егет ҡыҙҙы Ҡорғатҡа саҡыра.
– Ул ауылына ҡайтырға йыйынды, мине үҙе менән саҡырҙы. Был яҡтар ныҡ оҡшаны һәм мин тороп ҡалдым, – тип хәтерләй ҡатын.
Шул ваҡыттан алып, 59 йыл инде, ир менән ҡатын иш булып йәшәй.
Ауылға күсеп килгәнгә тиклем Мәүлиҙә Хәкимйән ҡыҙы башланғыс кластарҙа эшләй, үҙен педагогик хеҙмәткә бағышлай. 5 йыл уҡытыусы булып эшләү тәжрибәһе артабанғы үҫеш өсөн юл аса. Ул Белорет педагогия училищеһында белем ала, ә һуңыраҡ Магнитогорск педагогия институтын ситтән тороп тамамлай, үҙен рус теле һәм әҙәбиәтенә бағышлай. Артабанғы бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге Ҡорғат мәктәбендә үтә, шулай уҡ уҡыу бүлеге мөдире вазифаһын биләй. Ул 35 йыл ғүмерен балаларҙы уҡытыуға бағышлай һәм 1988 йылда уның ҡаҙаныштары “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” исеме менән билдәләнә, был уның һөнәренә тоғролоғон һәм мәғарифҡа ҙур өлөш индереүен дәлилләй.
Мәүлиҙә Шәрәфетдиноваға төрлө тормош һынауҙарын үтергә тура килә. Һөнәри техник училищела эшләгән кесе ҡыҙы ейәне һәм кейәүе менән бергә 2013 йылда фажиғәле һәләк була. Уртансы улы Альберттың МХО-ла һәләк булыуы ҡайғы өҫтөнә ҡайғы һала. Өлкән улы Роберт менән ире ошо ауыр ваҡытта төп терәк һәм таяныс уға.
Шәрәфетдиновтарҙың өйөнә зәңгәр яғыулыҡ 2024 йылдың 28 февралендә инә һәм тормоштарын күпкә еңеләйтә. Элек йорт мейес менән йылытылған, был күп көс һәм ваҡыт талап иткән. Хәҙер иһә газ менән йылытыу ғаилә өсөн бик уңайлы.
– Газ үткәндән һуң өйҙә йылы һәм рәхәт. Утын индереү һәм мейесте даими яғыу кәрәклеге юҡ. Ашты тиҙ арала электр-газ плитаһында әҙерләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Оло йәштәгеләр өсөн был айырыуса уңайлы.
Мәүлиҙә Хәкимйән ҡыҙы был мөһим эшкә өлөш индергәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт белдерә:
– Газ хеҙмәте, ауыл биләмәһе, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә, әлбиттә, республика һәм ил етәкселегенә рәхмәт! Бындай проекттар ауыл тормошон уңайлыраҡ итә.
Ул Ҡорғат ауылында йәшәү сифатын яҡшыртыуҙары, бында йәшәгән һәм эшләгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреүҙәре өсөн рәхмәтле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанды газ менән тәьмин итеү һәм газлаштырыу программаһына 27 миллиард һум аҡса бүленгән. 2021 йылдан 20 районда 87 тораҡ пунктта 16 мең йорт газға тоташтырылған. Бынан тыш, төбәктә Президент Владимир Путин башланғысы менән социаль газлаштырыу программаһы ла дауам итә. Уның буйынса газ үткәргестәр 71,5 мең участка сигенә еткерелде, 62,7 мең йорт газға тоташтырылды. Йорт- тарға газ үткәреүгә республиканан 10832 ғаилә субсидия алды.
Радий Хәбиров,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең ауылдарға газдың етеүе – һәр ваҡыт ҙур ваҡиға. Элек йортто утын менән йылытырға тура килә ине. Хәҙер мәшәҡәттәр аҙ, сығымдар ҙа өс тапҡырға тиерлек кәмей.

Автор: Камилла Мусакәлимова.

Автор: